Хеҙмәт алдынғыларына юғары наградалар тапшырылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күренекле фән эшмәкәрҙәре, ғалимдарҙы ҡотлап, мәғариф өлкәһендәге төп ҡаҙаныштарға йомғаҡ яһаны. «Башҡорт энциклопедияһы» директоры Уйылдан Сәйетовҡа «Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден, сенатор Лилиә Ғүмәрова менән академик Хәлил Сафинға Салауат Юлаев ордендары тапшырылды.

Тантананан тыш, мәғариф тармағындағы өҫтөнлөклө маҡсаттарға арналған түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ҙә ойошторолдо. Фекер алышыуҙа республикала полилингваль мәктәптәр һанын арттырыу, донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәген төҙөү кеүек проекттар күтәрелде.

Фото №1 - Хеҙмәт алдынғыларына юғары наградалар тапшырылды

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ