Өфө районы Чесноковка ауылында сәнғәт мәктәбе асылды

Элекке балалар йорто бинаһында урынлашҡан учреждениела кескәйҙәрҙең музыкаль һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылды. Иркен класстарҙа төрлө инструменттарҙа уйнарға, йырларға һәм бейергә өйрәнергә мөмкин. 132 балаға белем биреү иҫәпләнгән мәктәптә тәүге дәрестәр үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Йырларға өйрәнергә теләгән малай-ҡыҙҙар был көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Чесноковка ауылында асылған балалар сәнғәт мәктәбенә ҡабул ителеүселәр тәүге көндәрҙән үк йыр һүҙҙәрен ятлап урындағы концерттарҙа сығыш яһарға әҙерләнә. Йәш таланттарҙың күбеһе үҫкәс йырсы булырға хыяллана.

Сәнғәт мәктәбе урынында быға тиклем балалар йорто булған. Объектта төҙөкләндереү эштәре тамамланғас малай-ҡыҙҙарҙың ижади һәм музыкаль һәләттәрен үҫтереү өсөн уҡыу йорто асылған. Бында тәжрибәле педагогтар балаларҙы ҡурай, баян, фортепиано, скрипка, гитарала уйнарға, йырларға һәм бейергә өйрәтәсәк.

Объектты төҙөкләндереү өсөн Өфө районы бюджетынан 10 млн һум аҡса бүленгән. Был суммаға иркен класстарҙа ремонт яһалған, музыка инструменттары һәм башҡа йыһаздар һатып алынған.

Республика етәкселеге ярҙамы менән төҙөкләндереү эштәре тамамланды. Ремонт бер йыл самаһы дауам итте. Чесноковка ауылында йәшәгән балаларҙың музыкаль һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылды.

Сәнғәт мәктәбе филиалы 132 балаға белем биреү өсөн иҫәпләнгән. Киләсәктә улар араһынан билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыр, улар район мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индерер тигән ышаныс тыуа.

Фото №1 - Өфө районы Чесноковка ауылында сәнғәт мәктәбе асылды

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ