Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республика етәксеһе Яңы йыл ағасынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған дүрт шыршы шарын алғайны.
Уларҙың береһе, Ейәнсура районынан 11 йәшлек Элина Йомағолованыҡы. Ул Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреүен һорап яҙған ине. Уларҙың береһе, Ейәнсура районынан 11 йәшлек Элина Йомағолованыҡы. Ул Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреүен һорап яҙған ине. Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромы хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Сараға Элина әсәһе, бер туған һеңлеһе һәм ҡустыһы менән килде. Уларға ипподром булап экскурсия ойошторолдо, бүләктәр тапшырылды. Иң мөһиме: һыбай йөрөп ҡарау мөмкинлеге тейҙе.
«Теләктәр шыршыһы» акцияһына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров та ҡушылды. Ул һайлаған шыршы шарында 9 йәшлек Руслан Әминевтың теләге яҙылған ине. Малай ноутбук тураһында хыяланна.
Әлфинә Килдейәрова







