БСТ каналы – республика ғорурлығы

Радий Хәбиров "Башҡортостан" дәүләт телерадикомпанияһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа шулай тип билдәләне. Төбәк етәксеһе предприятие эшмәкәрлеге менән яҡындан танышып киләһе йыл өҫтәмә финанс сығымдар бүленәсәген дә белдерҙе. Байрам алдынан бер төркөм коллегаларыбыҙ юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Радий Хәбиров бөгөнгө иртәһен БСТ каналының "Яңылыҡтар" хеҙмәте эшмәкәрлеге менән танышыуҙан башланы. Ҡаҙаныштар байтаҡ. Ижади төркөм тәүлек әйләнәһенә республиканың ваҡиғалар ҡаҙанында ҡайнай, халыҡҡа оператив рәүештә мәғлүмәт еткерә. Башҡортостандың йөрәк тибеше һәр сығарылыш һайын яңғырай.

Республика етәксеһе журналистарҙың эше менән яҡындан танышты. Махсус программала хәбәрсе үҙе текст яҙа, видео монтажлай. Эфирға әҙерләнгән материал мөхәррирҙәр өсөн дә асыҡ. Радий Хәбиров коллектив менән әңгәмәһендә мәғлүмәт еткереүҙә күрһәткән берҙәм команда эшенә рәхмәтен дә белдерҙе. "Яңылыҡтар" сығарылышы - иғтибар үҙәгендә.

Радий Хабиров «Республика Live» программаһы редакцияһында ла булды. Тап бында республика етәксеһенең район-ҡалалар, Рәсәй төәбктәре, сит илдәрҙәге эш сәфәрҙәренән тапшырыуҙар әҙерләнә. Тиҙҙән юбилей сығарылыш көтөлә.

"Башҡортостан" телерадиокомпанияһының иң ҙур студияһында компания коллективы менән осрашыу ҙа уҙғарылды. Республика етәксеһе уҙған йылдың бараһы өсөн дә еңел булмауын билдәләп, көсөргәнешле осорҙа һөҙөмтәле эш күрһәткән берҙәм командағы рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙың трансляцияһы ойошторола, республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо киң яҡтыртыла.

Яңы йыл алдынан бер төркөм хеҙмәттәштәребеҙ юғары дәүләт наградалары менән тәбрикләнде. Телерадиокомания директоры Рөстәм Зарафетдинов, коллегаларабыҙ Евгений Романов, Вәрисә Ниғмәтуллина, Гөлназ Яҡупова, Янис Рамаҙанов, Айгөл Татарникова, Фирҙәүес Харисова хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исемен йөрөтә. Эшкә фиҙаҡәрлек Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән дә лайыҡлы баһаланды.

Республика етәксеһе үҙе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Мәғлүмәт тапшырыуҙары редакцияһы баш белгесе Гөлдәриә Йосопова Радий Хәбировҡа 1986 йылда төшөрөлгән фото тапшырҙы. Ул ваҡытта Башҡортостан башлығы студенттар отряды командиры вазифаһында Германияның Галле округы йәштәре менән Нефтекамала "Башсельмаш" заводы төҙөлөшөндә ҡатнаша.

Осрашыу аҙағында республика башлығы Радий Хәбиров киләһе йылда телерадиокомпанияның матди-техник базаһын нығытыуға финанстар бүленәсәк тип билдәләне. Күләмле яңырыу көтөлә.

Фото №1 - БСТ каналы – республика ғорурлығы

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ