Шишмәлә ун бер ғаилә Яңы йылда фатир туйлай

Районда авариялы торлаҡтан күсерелеүсе граждандар яңы фатир асҡыстары алды. 2019-2023 йылға авариялы торлаҡтан күсереү адреслы программаһы буйынса 42 кеше яңы фатирға күсә. Уның хаҡы 15 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Был сығым фонд, төбәк һәм муниципалитет ҡаҙанаһынан түләнә. Яңы йылға ысын мәғәнәһендә бүләк алыусылар- 11 ғаилә быға тиклем Тимер юл урамындағы иҫке йортта йәшәгән. Үҙәк урамдағы күп фатирлы йорттан яңы фатир асҡыстарын район башлығы тапшырҙы.

Беҙ был көндө 20 йыл көттөк. Авариялы торлаҡтан ике тиҫтә йыл дауамында күсерергә вәғәҙәләнеләр. Өмөт өҙөлгәйне. Бына , ниһайәт, яңы йылға иң ҙур бүләк был беҙҙең өсөн.

Вилена Вәлиуллина, фатир алыусы
Фото №1 - Шишмәлә ун бер ғаилә Яңы йылда фатир туйлай

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ