Әммә күптәргә байрамды дауаханаларҙа ҡаршыларға тура киләсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса һуңғы тәүлектә коронавирустың 271 яңы осрағы асыҡланған.
Ауырыу йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 121 мең ярымға яҡынлай. Дауаханаларҙа әле 167 пациент дауалана, уларҙың 45-е ауыр хәлдә, 4 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында. Һуңғы тәүлектә коронавирустан 21 үлем осрағы теркәлгән. Ковид ҡорбандарының дөйөм һаны 4 мең ярымға етеп бара.
Хәүефле сирҙән һаҡланыу маҡсатында бер тәүлек эсендә 15 меңдән ашыу замандашыбыҙ прививка ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар исемлеге 2 миллиондан артып китте. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡынса 82 проценты. Башҡортостанға 2 миллион 900 мең дозанан ашыу вакцина килтерелгән.







