Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда, 13 процентҡа ҡиммәтерәк, тип хәбәр итә Федераль статистика хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы. «Оливье» индексында ла үҫеш күҙәтелә, быйыл ул 348 самаһы.
Былтырғынан яҡынса 11 процентҡа күберәк. Яңы йыл табынына шулай уҡ, тоҙло һәм ыҫланған балыҡ, ыуылдырыҡ, картуф, ҡыяр, ҡош итенә хаҡ артҡан. Әфлисун, лимон, төрлө һуттар һәм коньяк, киреһенсә, бер аҙ арзанайған.







