Шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары 4 йәшлек Катя менән 7 йәшлек Ринасҡа Яңы йыл тылсымын бүләк итте. Тамара Танһыҡҡужина Теләктәр шыршыһы акцияһында урындағы Эске эштәр министрлығы бүлеге менәнберлектә балаларға махсус экскурссия ойошторҙо.
Полиция хеҙмәткәре булырға хыялланған малай бер көнгә инспектор формаһын кейеп, эш машинаһына ултырҙы. Һыбай йөрөргә теләгән ҡыҙҙың да хыялы тормошҡа ашты. Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы 4-се йыл ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә 22 меңгә яҡын баланың хыялы тормошҡа ашырылған.
Азат Ғәлиуллин







