Һәр кем уҙған 12 айға йомғаҡ яһай. Ә беҙ быйыл күптән түгел генә марафон үткәреп 20 йыллығын билдәләгән телеканалыбыҙ эшен барланыҡ. Был ваҡыт эсендә, әлбиттә, ул күп үҙгәрештәр кисергән. Әммә... ҡулымдағы ошо күрһәткес һымаҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бер ваҡытта ла ҡуйған йүнәлешенән тайпылмай эшләне, һәм үҙ юлынан барыуын дауам итә.
Был тәңгәлдә, уның тоғро хеҙмәткәрҙәренең һәм, телевизор ҡараусылар, һеҙҙең дә өлөшөгөҙ ҙур. Беҙҙе донъяның төрлө мөйөшөндә ҡарарға була. Телеканал сигналдары барып етмәгән бер генә ауыл да юҡ, тиһәм, дөрөҫ булыр, моғайын. Хатта тау-таш ҡаялар араһында, беҙ буласаҡбыҙ. Яңылыҡтар хеҙмәте телеканалдың үҙ туристик маршрутын һалырға булды. Республикабыҙҙың хозур тәбиғәтле Белорет районындағы тауҙарҙың иң матур урындарының береһе – Ирәкташта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының үҙ нөктәһе буласаҡ. Әйҙәгеҙ, сәфәргә, беҙ бергә, ҡуҙғалдыҡ!
«Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрселәре, телеоператорҙар Өфөнән Белорет районы Тирлән ҡасабаһына юл тотабыҙ. Ара – 300 саҡырым тирәһе. Дүрт сәғәттән ашыу ваҡыт. Эш буйынса ғүмерен юлда үткәргән телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн был ғәҙәти хәл.
Юлда мәрәкәләшеп, йырлап алабыҙ. Ә барыбер һүҙ яратҡан эшебеҙгә барып ялғана.
Яңы йыл каникулдарында «Яңылыҡтар» хеҙмәте көн һайын эшләй. Хәбәрселәр бер нисә көн булһа ла ял итер өсөн декабрҙә ғинуарҙа эфирға сығарырға алдан видеояҙмалар әҙерләй. Ана шул видеосюжеттар консервалар тип атала.
Тирлән ҡасабаһындағы турбазала урынлашып төн йоҡлағандан һуң, иртә таңдан тауға ҡуҙғалабыҙ. 20 саҡырымдай юлды турбазаның вездеходында барабыҙ. Тирләндән сығып тауға күтәрелә башлау менән, әкиәттәге мөғжизәле донъяға эләгәбеҙ. Вездеход Тирлән йылғаһы буйында туҡтай. Был мотлаҡ. Сөнки йылға боҙоноң ҡалынлығын тикшерергә кәрәк. Күтәрерлекме-юҡмы?..
Газ-66 туң боҙ өҫтөнән үтеп тау юлына сыға. Водитель әйтеүенсә, ҡышҡы юлдан Ирәкташҡа барыу еңелерәк.
Машинала сәғәт ярым тирәһе... Урман юлын үтә алған тиклем барабыҙ ҙа, туҡтайбыҙ. Вездеход туҡталҡала ҡала, ә артабан беҙгә йәйәү атларға..
Бер сәғәт тирәһе йәйәү аталғандан һуң Ирәкташ ҡаялары теҙелеп киткән ерҙә тау-таш аша ярты сәғәттәй үрмәләп менәбеҙ. Үтеп сыҡҡыһыҙ урман, ҡышҡы хозурлыҡ.
Был тәбиғәт мөйөшө хеҙмәттәштәребеҙ Әлфинә менән Булатҡа яҡшы таныш. Быйыл йәй улар янғын сыҡҡан урындарҙы төшөрөп видеосюжет әҙерләне. Янғынды Булат ерҙән генә түгел, ҡош осар бейеклектән дә төшөрөп күрһәтә, операторыбыҙ квадрокоптер менән оҫта эш итә.
Ирәкташ – ирәк һүҙенән барлыҡҡа килгән. Ирәк – киртләс, ырғаҡ мәғәнәһен аңлата. Русса атамаһын – «Инзерские зубчатки» – туристар Инйәр йылғаһы исеменән тештәр кеүек ҡалҡып торған ҡаяларына ҡарап биргән. Бер нисә саҡрымға теҙелеп киткән ҡаяларҙың иң матур урыны – ырғаҡ рәүешле киртләстәре. Ул һырттың төньяғында урынлашҡан һәм ҡаялы цирк тигән атама алған. Тап ошо урында беҙ телеканал билдәһен беркетәбеҙ.
Текә ҡаяларҙы альпинистар үҙ итә һәм бында бәхетһеҙ осраҡтар ҙа булғылай. Бер-нисә йыл элек хеҙмәттәшебеҙ Азат та бейектән ҡолап һәләк булған Екатеринбург альпинисы тураһында сюжет төшөргәйне.
Ысынлап та, бейеклеккә артылыу әйтеп аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡ тойғолары бирә. Операторыбыҙ Булат Закирйәнов ҡурайҙа уйнап тәбиғәт һәйкәлен һәм беҙҙең күңелдәрҙе сихри моңға сорнаны.
Ирәкташта хәҙер беҙҙең үҙ нөктәбеҙ! Кем уның янында фото төшөп ҡыҙыҡлы комментарий һәм беҙҙең хештегтар менән социаль селтәргә һала, Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан бүләк отасаҡ.
Рәмилә Исмәғилева





