Быйыл Башҡортостанда иң ҡиммәтле милли кейем өлгөһө барлыҡҡа килде

Был һаҡал, берҙән, рухи ҡиммәтә булһа, икенсенән, ысын мәғәнәһендә матди байлыҡ. Сөнки уға 37 дәүләттең тәңкәләре һәм аҫыл таштар беркетелгән. Ә инде иҫтәлек булараҡ һаҡалдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ!

Үҙенсәлекле биҙәүес Башҡортостан халҡына быйыл йәй үткән Бөтә донъя фольклориадаһы хаҡында хәтерләтеп торасаҡ. Хәйер, уны оноторлоҡ та түгел. Ни тиһәң дә, беҙҙә уҙған ҡитғалар мәҙәниәте байрамы иң сағыуы тип танылды. Һәм был сараны һис шикһеҙ йылдың төп ҡаҙанышы тип әйтергә хаҡлыбыҙ.

Биш йыл дауамында әҙерләнгән, ике йыл буйы көтөлгән Фольклориада Башҡортостан ерлегендә. Республика донъяның 37 ҡитғаһынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Ул бөтә Донъя Фольклориада тарихына иң сағыуы булып инде, байрам ошоға тиклем бындай юғары кимәлдә ойошторолғаны булмай.

800 квадрат метрҙы биләгән диодлы экрандар, 500-ҙән ашыу интеллектуаль яҡтыртыу ҡоролмалары, тиҫтәләрсә видеопроектор. Фольклориаданы асыу тантанаһын Олимпия уйындарына ғына тиңләргә мөмкин. Тик йөкмәткеһе күпкә байыраҡ. Боронғо эпостарға нигеҙләнгән Ер, йән һәм фольклор тамашаһы Башҡортостан халҡының бар тарихын үҙ эсенә ала.

Фольклориада милли-мәҙәни хазиналар менән таныштырыу майҙаны. Әммә ҡунаҡтар үҙҙәренең милли кейем өлгөләрен, мәҙәни ҡомартҡыларын күрһәтеп кенә ҡалмай, башҡа халыҡтарҙыҡын да өйрәнә. Мәҫәлән, Венгрия делегацияһы башҡорт халыҡ йыры «Ҡарабай»ҙы әҙерләп килгән.

Фольклориада ике донъя рекорды менән дә тарихҡа инә. 57 ил, 71 милләт вәкиле һәм 2 мең 700 кеше ҡатнашҡан дуҫлыҡ хороводы тәүге тапҡыр теркәлә. Был көндә Башҡортостандың баш ҡалаһы тотош Ер шарының бәләкәй бер күсермәһенә әүерелә.

Фольклориада Өфөлә генә түгел, Башҡортостандың 22 ҡала-районында ла уҙа. Артистар республика буйлап 10 мең километрҙан ашыу юл үтә, 68 концерт программаһы менән сығыш яһай.Ҡунаҡтарҙың араларҙы яҡынайтып башҡорт йырҙарын да өйрәнеп өлгөрә.

Америка Ҡушма Штаттарынан килгән делегация составында 34 йәшлек Крис та бар. Ул Өфөгә килер алдынан ғына 11-се сабыйын көтөүе хаҡында белә, әммә сәфәрҙән баш тартмай. Ә Хорватиянан 21 йәшлек Михаел Вечкович Башҡортостанда тәүге тапҡыр ҡурай моңон ишетеп ғашиҡ була. Ул хатта оҫталыҡ дәресе ойоштороуҙарын да һорай. Тырышып ҡурай һыҙҙыртҡан йәш музыкантҡа Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова милли уйын ҡоралы бүләк итә. Эстониянан Криста Тельмаркер ҙа тыуған иленә үҙе менән ҡурай алып ҡайта.

Барыбыҙға ла билдәле Һиндостан актеры Радж Капурҙың туғаны мультимиллиардер Паван, Камерундан килгән принц Изаак Легран, милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге-Эстонияның Палдиски ҡалаһы коллективы, йылы кейемдәр тейәп килгән Колумбия артистары, тәүге тапҡыр ҡарабойҙай ауыҙ иткән испандар. Фольклориада мауыҡтырғыс күренештәргә лә, онотолмаҫ тәьҫораттарға ла бай. Улар хәҙер капсулаларҙа ла һаҡлана.

Башҡортостандағы Фольклориадаға тотош нәҫелдәре менән килгән ижади коллективтар ҙа була. Мәҫәлән, Хорватияның «Бушевец» ансамблендә бер ғаиләнән генә 30-ға яҡын кеше, Өфөгә уларҙың күбеһе килә. Ә Ҡаҙағстандан Мәржен Шиҡитаева менән Бауыржан Алтынбәков киреһенсә бында үҙ туғандарын таба. Ҡыҙҙың әсәһе Дим буйынан, туғандары Әлшәй районында йәшәй, ә Бауыржандың өләсәһенең бер туған ағаһы Өфөнән.

Зәңгәр экрандар аша Еңеү парадтарында ғына күргән «Рус витяздары» пилотаж төркөмөнөң авиашоуы, билдәле серб режисеры һәм музыканты Эмир Кустуицаның сығышы, фольклор коллективтарының программалары. Фольклориаданы ябыу тамашаһы ла асыу тантанаһы һымаҡ сағыу, үҙенсәлекле мәлдәргә бай.

Ә иң мөһиме: Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы лайыҡлы ҡабул итә алыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. СИОФ-тың Будапешта үткән Генераль Ассамблеяһында 2024 йылдағы тәүге балалар фольклориадаһын тап Өфөлә уҙғарырға хәл ителеүе шуға асыҡ миҫал.

Фото №1 - Быйыл Башҡортостанда иң ҡиммәтле милли кейем өлгөһө барлыҡҡа килде

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ