Мираҫ быйыл мәғариф өлкәһенә лә бик мул ҡалды. Мәҫәлән, был компьютерҙар «Ворлдскилс Раша» милли чемпионатында файҙаланылды. Уның ярҙамында киберхәүефһеҙлек компетенцияһында көс һынаштылар. Хәҙер улар баш ҡаланың радиотехника колледжы студенттарын уҡытыуҙа ҡулланыла.
Робот технологиялары, бөҙрәхана ҡорамалдары, ашнаҡсылар өсөн уҡыу кәрәк-яраҡтары. Республиканың һөнәрселек колледждары бығаса булмаған йыһаздар менән байытылды. Һәм барыһы ла «Ворлдскилс» Раша ярҙамы менән. Был чемпионатты уҙғарыуға 750 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алынғайны. Хәҙер улар балалар файҙаһына эшләй. Был инде ябай ҡомартҡы түгел, ә белем биреү системаһын үҫтереүгә тағы бер аҙым. Һәм ул аҙымды мин йылдың төп ҡаҙаныштары исемлегенә индерер инем.
Йылыта, күтәреп төшөрә, пациенттың хәлен күҙәтә, кәрәк икән, ярҙам да саҡыра. Был медицина карауаты үҙе бер шәфҡәт туташын алмаштыра. Иң мөһиме: ул ниндәйҙер хәтәр дауаханала түгел, ә ябай медицина колледжының уҡыу бүлмәһендә. Хәйер, бындай карауаттар дауаханаларҙа ла юҡ тиерлек. 560 мең һумлыҡ кушетканы һәр бюджет та күтәрерлек түгел.
Яңы микроскоп та арзандан түгел. Карауаттан хатта, 5 мең һумға ҡиммәтерәк. Әйткәндәй, микроскоптың атамаһы ғына ҡалған. Үҙе үк видео, фото төшөрә, күҙәнәктәрҙе лә лупа аша түгел, ә монитор аша күҙәтергә мөмкин. Был йыһаздар ярҙамында буласаҡ табиптар дауаханала эшләнгән анализдарҙы колледжа уҡ яһарға өйрәнә.
Программистар өсөн 3Д принтер, пилотһыҙ авиация системалары, дрондар, лаборатория ҡоролмалары һәм башҡалар. «Ворлдскилсс Раша» ярҙамында төбәк колледждары оҫтаханалары йыһаздары 70 процентҡа тиклем яңыртылды.
Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолған сәмле ярыш 2 меңдән ашыу йәш һөнәрмәнде берләштерҙе. Быға тиклем Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург кеүек ҡалаларҙа үткән бәйгенең Өфөлә уҙғарылыуы конкурсанттар өсөн генә түгел, ойоштороусылар өсөн дә етди һынауға әйләнде. Чемпионат өсөн 19 павильондан торған махсус технопарк төҙөлдө. Уның биләмәһендә теле һәм медиа студия, ял урындары, хатта вертолет майҙансығы барлыҡҡа килде. Яуаплы әҙерлек үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, быға тиклем конкурста Башҡортостан 7-8-се урындарға ғына өлгәшһә, быйыл республика икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.
2021 йылды киләсәк мәғарифына нигеҙ һалыу осоро тип тә атарға мөмкин. Сөнки тап быйыл бер ни тиклем ваҡыттан һуң белем биреү өлкәһен яңы үрҙәргә күтәрәсәк проекттар башланды. Өфөлә 18 млрд һумға донъя кимәлендә таныласаҡ кампус төҙөргә ҡарар ителде. «Динамо» стадионы эргәһендә 17 гектар тәшкил иткән майҙанда фәнни лабораториялар, бассейн, заманса дөйөм ятаҡтар, спорт залы, технопарк, конференц-холл, уҡыу бүлектәре булған тотош бер комплекс барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостанда ике төп университетты ҡушыу тураһындағы ҡарарҙы ла мәғариф өлкәһендәге амбициоз пландар исемлегенә индерергә мөмкин. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү республикаға «Өҫтөнлөк – 2030» проектына инергә мөмкинлек бирә. Был уҡыу йортон финанслауҙы бер нисә тапҡырға арттыра. Башҡортостанда ойоштороласаҡ Евразия фәнни белем биреү үҙәге төбәктең иҡтисади үҫешенә тағы ла бер ынтылыш булыр тип көтөлә.
Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштар чемпионат һәм киләсәккә маҡсат-бурыстар менән генә сикләнмәй. Төбәк уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә белем алыусылар мәнфәғәтен яҡшыртыу өсөн аныҡ эштәр башҡарыла. Республиканың Рәсәй буйынса беренселәрҙән булып транспорт сараларын яңыртыу программаһындаҡатнашып, бығаса булмаған күләмдә мәктәп автобустары алыуы ла уҡыусылар өсөн тыуҙырылған уңайлы шарттарҙың береһе.
Автопарк быйыл 187 яңы техника менән тулыланды. Дәүләттең был хәстәре ышаныслы киләсәккә юл яра. Бөгөн генә түгел, киләсәк быуын баһалар нигеҙ булып. Киләһе йылға ҡуйылған маҡсаттар тағы ла күләмлерәк булыр тип көтөлә, сөнки төбәктә 2022 йыл һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт динстиялары йылы тип иғлан ителде.
Флорида Ким




