Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы

Башҡортостанды танытыуҙа спорт ҡаҙаныштарын да билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Олимпия уйындары булһынмы, донъя чемпионаттары йәки Рәсәй күләмендәге ярыштарҙамы – яҡташтарыбыҙ һынатманы... Ә уңыш сере ябай, республикала сәләмәт йәшәү рәүешен, спорт һәм туризмды үҫтереүгә етди иғтибар бүленә.

Уҙып барған йыл да төбәктә сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек девизы аҫтында үтте. Пандемия шарттарында был девиз юғалып ҡалғандай тойолһа ла, спортты йәшәү рәүеше, һөнәр итеп һайлағандар өсөн кәртәләр юҡ. Пьедесталға Башҡортостан спортсылары йыш күтәрелде. Кемдәр улар, республика данын яҡлаусылар? Әйҙәгеҙ, йылдың иң сағыу еңеүҙәрен иҫкә төшөрәйек.

Ольга Сосинаның буллиттар серияһындағы был шайбаһы «Ағиҙел» командаһына сираттағы еңеү килтерҙе. Хәҙер Өфө клубы – өс тапҡыр Рәсәй чемпионы! Хәл иткес серияла гүзәл заттарыбыҙ Ҡытай клубын отоуға өлгәште.

Уҙған миҙгел яҡташтарыбыҙҙың тағы ла бер уңышы менән тарихта ҡалды. «Толпар» уйынсылары Харламов кубогы өсөн көрәштә бронза миҙал яуланы. Әйткәндәй, йәш юлаевсыларҙың ҡаҙанышына бер ҙә генә аптырайһы түгел. Сөнки баш ҡала мәктәбе көслө уйынсылары менән билдәле. Шуларҙың береһе Андрей Василевский быйыл икенсегә НХЛ-дың төп трофейына лайыҡ булды. Океан аръяғында йәшәһә лә, донъяның иң көслө ҡапҡа һаҡсыһы үҙенең тамырҙарын онтомай. Шуға ла ул көмөш вазаны Башҡортостанға алып ҡайтты.

Башҡортостанды донъя кимәлендә Аделина Заһиҙуллина ла танытты. Өфө рапирасыһы йәйге олимпия уйындарында алтын миҙал яуланы. Ул сығыш яһаған Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы финалда француздарҙы еңде. Ошо уҡ олимпиадала рапирасы Тимур Сафин да команда беренселегендә көмөш миҙал менән бүләкләнде.

Тамара Танһыҡҡужина ла быйыл етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы! Финалда ул үҙенең күптәнге дәғүәсеһе Наталья Садовскаянан өҫтөнөрәк булды. Был еңеү яҡташыбыҙға еңел генә бирелмәне. Ойоштороусыларҙың уйын мәлендә өҫтәлдәге Рәсәй флагын алып ташлауҙары ла Ишембай ҡыҙына кәртә була алманы.

Быйыл Башҡортостан Рәсәй шахматсыларының суперфиналын, дзюдо буйынса Европа һәм юниорҙар ҡатнашлығында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатын ҡабул итте. Һуңғы яррышта 54 илдән меңдән ашыу спортсы көс һынашты. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан вәкилдәре лә сығыш яһаны. Ҡыҙыу алыштарҙа Сәид-Хөсәйен Бакаев менән Адлан Амриев пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде.

Бөгөн республикала «Спорт көрәше-мәктәптәргә» федераль программа уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Әлегә пилот проектта 62 белем усағы ҡатнаша. 2024 йылға был һан өс тапҡырға артыр тип көтөлә. Республикала шулай уҡ «Ауыл тренеры» программаһы эшләй. Йыл һайын 100 тренерҙы 600-шәр мең һумлыҡ грант менән бүләкләү ҡаралған.

Халыҡты күләмле спортҡа ылыҡтырыуҙа Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылының да әһәмиәте ҙур булды. Был девиз һәр кемде хәрәкәт итергә саҡырып, яңы еңеүҙәргә юл ярҙы. Миәкә районынан Ислам Зәйнетдиновты ғына алайыҡ. Алты йәшлек малай турникта 320 тапҡыр күтәрелеп әйләнеп, тиҫтерҙәре араһында әлегә рәсми булмаған донъя рекорды ҡуйҙы.

Билдәле яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев та ҡул көсө менән генә донъялағы иң бейек һәм хәүефле тауҙарҙың тауҙарҙың береһе – Манаслуға күтәрелде. Спортта ҡаҙаныштар өсөн ваҡыт сикләүе юҡ. Алда тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәр көтһөн!

Фото №1 - Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ