Йыл йомғаҡтары: Төҙөлөш бар икән – үҫеш бар

Аномаль һауа торошо баш ҡаланың транспорт хәрәкәтенә лә мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Хәлде үткәүел һәм күперҙәрҙең ремонтҡа ябылыуы киҫкенләштерҙе генә. Өфө тотош бер автомобиль тығынын хәтерләтте. Әммә сабырлыҡтың төбө һары алтын. Хәҙер беҙ иркен юлдарҙан елдерәбеҙ. Баш ҡалабыҙ транспорт тығындары көйләнгән, һәр төрлө уңайлыҡтар булдырылған заманса мегаполис булып күҙ алдына баҫа.

«Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй», – тине республика башлығы ла Ағиҙел аша яңы күперҙе асҡанда. Иҫке ике ҡоролма араһында өсөнсөһө барлыҡҡа килеүе – тотош илдә уникаль күренеш. Уны ла йылдың төп ҡаҙанышы тип әйтергә мөмкин. Әйткәндәй, транспорт инфраструктураһында был күләмле проекттарҙың һуңғыһы түгел. Киләһе йылдарҙа Дим биҫтәһе йүнәлешендә, Интернациональ урамы башында һәм Кузнецов Затонында ла күпер төҙөү ҡарала.

Хәйер, был турала киләһе йылдарҙа бәйән итербеҙ. Әлегә йыл дауамында барлыҡҡа килгән күләмле объекттарҙы барлайыҡ.

Ун саҡрым урау юл урынына, 192 метрлыҡ күперҙән. Нәбиҙәргә хәҙер Ҙур донъяға сығыу юлы ҡыҫҡарҙы. Быға тиклем уларға район үҙәгенә барыу өсөн Ағиҙел кисеүе аша йөрөргә тура килгән. Ә яҙлы- көҙлө Байназарға юл тау-таш араһынан үткән.

Йылғаның ике яҡ ярында төпләнгән Нәбиҙәр хәҙер ҡунаҡҡа ла йыш йөрөшәсәк. Ағиҙел аша күпер меңгә яҡын кеше йәшәгән ауылдың ике өлөшөн берләштерә. Фельдшер пункты, кибеттәр, клуб та хәҙер уртаҡ. Ритайымға ла йылға кисеп йөрөйһө түгел.

Бөрйән күперен һис шикһеҙ йыл, хатта быуат төҙөлөшө тиергә мөмкин. Сөнки был ҡоролманың сафҡа инеүен Нәбиҙәр тиҫтә йылдан ашыу көткән. Эш Радий Хәбиров күпер төҙөлөшөн шәхсән күҙәтеүгә алғас ҡына тамамланды.

Ә бына Ағиҙелдең Өфө ярында барлыҡҡа килгән күпер уникаль ҡоролмалар иҫәбенә инде. Төҙөлөш ике йыл дауам итте. Эш барышында объекттың ике йүнәлешкә лә юл-транспорт хәрәкәте өсөн асыҡ булыуы үҙенсәлекле күренеш. Ә инде ике күпер араһында өсөнсөһө төҙөлөүө быға тиклем булмаған хәл. Яңы ҡоролма ете монолит тимербетон таяуҙар менән нығытылған.

Төҙөлөш барышында эшселәр һыу аҫтында ҡалған боронғо Ырымбур үткәүеленең ағас күпер нигеҙенә юлыға. Ул экскаваторҙар һәм виброҡорамалдар ярҙамында һыу өҫтөнә сығарыла. Көтөлмәгән мәшәҡәттәр күперҙе сафҡа индереү мәҙҙәтен һуңлатманы.

Өс тиҫтә йыл дауамында ауырлыҡ менән барған Көнсығыш ҡапҡаларын төҙөү ҙә тап быйыл күҙгә күренеп йәнләнде. Төҙөүселәр, ниһайәт, тоннель ҡаҙып Өфө йылғаһының уң яҡ ярына портал яһаны.

Ә таусылар үҙҙәренә ҡаршы килгән ҡаҙыусылар менән осрашып, көнбайыш һәм көнсығыш тоннелде тоташтырҙы. Әле бында ауыр тоннажлы төҙөлөш техникаһы хәрәкәтләнһә, 2023 йыл аҙағына еңел автомобилдәр йөрөй башлар, тип күҙаллана.

Асабали Закавов, Башҡортостан концессия компанияһы генераль директоры

Көнсығыш ҡапҡаларын файҙаланыуға тапшырыу менән ҡайһы бер юл участкаларында трафик 60 процентҡа тиклем кәмейәсәк. Был беҙҙең алда торған иң төп мәсьәләләрҙең береһе. Бөтәбеҙ ҙә ҡалала транспорт ағымы артып, тығындар барлыҡҡа килеүен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Был проектты тормошҡа ашырыу бөтә транспорт ағымын ҡала үҙәгенән М5 федераль трассаһына алып сығыу мөмкинлеге бирәсәк.

Баш ҡаланың Көнсығыш ҡапҡалары Волга буйы федераль округында – иң ҡиммәтлеһе. Хаҡы 33 миллиард һумдан ашыу. Күләмле проект дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ ысулы менән тормошҡа ашырыла.

Өфөнөң Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспектына, Йәшел Сауҡалыҡ йүнәлешенә , Нуғай ҡасабаһына, аэропортҡа табан илкән юлда иртәнле-кисле һәр ваҡыт тығындар һәм юл-транспорт ваҡиғалары. Был күңелһеҙ фактҡа юл үткәргестә реконстркуция үткәреп кенә нөктә ҡуйылды. Ғәҙәттәге 4 һыҙат урынына тағы ла алтау өҫтәлде, юл үткәргес 7 метрға оҙонайҙы. Күләмле реконструкция баш ҡалаға ингән ерҙә тығындарҙы юҡҡа сығарҙы һәм Дуҫлыҡ Монументы йүнәлешендә юл хәрәкәте көйләнде.

Өфө ярымутрауынан сығыу юлдары тағы ла артасаҡ ҡына. Там быйыл тағы ла өс күпер төҙөлөшө тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде.

Транспорт инфраструктураһында күләмле проекттар Дим биҫтәһе йүнәлешендә, Кузнецов Затонында, Интернациональ урамы башында төҙөү ҡаралған. Һуңғыһы инде Ағиҙел аша иң оҙон күпер булмаҡсы. Ҡоролма 1200 метрға етәсәк.

Республика артерияһы кеүек төрлө тарафтарға һуҙылған юлдар, күпер төҙөлөшө Башҡортостандың йөҙөн билдәләй. Киләһе ике йылда ла Өфө ҙур төҙөлөш майҙаны буласаҡ. Баш ҡаланың 450 йыллығына социаль һәм спорт объекттары төҙөү күҙаллана.

Фото №1 - Йыл йомғаҡтары: Төҙөлөш бар икән – үҫеш бар

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ