2021 йылдың иң мөһим ваҡиғалары

Яңы йыл шыршыһына уйынсыҡтар тиҙ генә эленгән кеүек, тамамланып килгән йыл ваҡиғалары ла бер-бер артлы ваҡыт теҙмәһен тулыландыра. Был ҡуласала айырым кешеләр һәм тотош республика тормошона ҡағылғандары ла бихисап.

Бөгөн беҙҙең өсөн һуңғылары, йәғни республиканың Рәсәй һәм донъя кимәлендә абруйын арттырыуға, тормош сифатын яҡшыртыуға, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген билдәләүгә йүнәлтелгәндәре ҡыҙыҡлы. Сөнки тап көслө ерлектә халыҡ та үҙен ышаныслыраҡ тоя, иртәгәһен тойомлай һәм уртаҡ маҡсаттарға ирешеү өсөн дөрөҫ юл билдәләй ала. Йыл йомғаҡтарын барлағанда был ваҡиғаларҙың иң әһәмиәтлеләрен йәнә иҫкә алайыҡ.

1. Быйыл Башҡортостан башлығы ҡул ҡуйған тәүге документтарҙың береһе башҡорт эшлекле костюмын кейеү тәртибен раҫлауға ҡағылды. Күрһәтмәлә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән башҡорт эшлекле костюмының төрҙәре аныҡланды, уны рәсми сараларҙа кейеү тәртибе билдәләнде. Милли традицияларҙы сағылдырған башҡорт эшлекле костюмы халҡыбыҙҙың милли паспортын яңы кимәлгә күтәрҙе.

2. Өфөнөң 450 йыллығына яңы мәҙәни объекттар төҙөү мәсьәләһе лә йыл башында уҡ күтәрелде. Февралдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашып, юбилей объекттары исемлеген тәҡдим итте. Ошо нигеҙҙә Башҡортостан башлығының Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү тураһындағы Указы барлыҡҡа килде.

3. Республикала 1 марттан эшләй башлаған «Атайсал» проекты шулай уҡ район-ҡалаларҙы төҙөкләндереү, тыуған яҡтарына ярҙам итергә теләүсе шәхестәр менән бергә халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәтелгән. Проект нигеҙендә республикала тиҫтәләрсә шәхес яҡташтарына ярҙам күрһәтеп өлгөрҙө. Изге башланғысты дауам итеү ҡарала.

4. Ғинуар аҙағында Башҡортостандан Ҡытайға тәүге тапҡыр сәнәғәт күләмендә етештерелгән 1300 тонна рапс майы оҙатылды. Белгестәр фекеренсә, май продукцияһы менән сауҙа итеү иҡтисади яҡтан отошло. Ҡулланыуҙа уңайлы һәм контейнер эсен оптималь файҙаланыу мөмкинлеге биргән продукция экспортҡа махсус технология буйынса әҙерләнгән. Был йүнәлештә Башҡортостан оҙайлы хеҙмәттәшлеккә өмөт итә.

5. Быйыл Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлау коронавирус таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн өс көн дауам итте. Сәйәси кампанияла ике миллиондан ашыу кеше, йәғни төбәк халҡының 70 проценттан ашыуы ҡатнашты. Ил кимәлендәге юғары күрһәткес республикала йәшәүселәрҙең һайлау мәҙәниәте юғары булыуын иҫбатланы.

6. Пандемияға бәйле күсерелгәндән һуң, ниһайәт, быйыл көҙ уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ла Башҡортостан халыҡ әүҙемлеге буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынға сыҡты. Ил халҡы тураһында тулы мәғлүмәт туплаған кампания тәүгә һанлы форматта ойошторолдо. Халыҡ иҫәбен алыуҙа шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде.

7. Киләсәк тарихһыҙ төҫмөрләнмәй. Шуға ла май айында илебеҙҙең 51 ҡалаһы аша үткән патриотик поездың Өфөгә килеүе быйылғы сағыу ваҡиғаларҙың береһе булып иҫтә ҡалды. Рәсәй оборона министрлығының агитация поезы «Беҙ-ил армияһы, беҙ-халыҡ армияһы» акцияһы сиктәрендә Өфө халҡына тотош бер Хәрби дан музейына, халҡыбыҙҙың данлыҡлы үткәненә интерактив сәйәхәт бүләк итте. Махсус ҡушымта Бөйөк Ватан һуғышы күренештәрен тергеҙеп, экспозицияның тәьҫир көсөн бермә-бер арттырҙы.

8. Башҡортостан халҡына төрлө социаль программалар бүләк иткән «Орлан поезы» быйыл баш ҡаланы республиканың көньяғындағы Күмертау ҡалаһы менән тоташтырҙы. Был йүнәлештә йөрөй башлаған дизель поезы юлға киткән ваҡытты ике тапҡырға ҡыҫҡартыу мөмкинлеге бирҙе. Хәҙер пассажирҙар «Алға» иҡтисади зонаһына ингән ҡалаға 3 сәғәт тә 50 минут эсендә барып етә ала.

9. Төбәктең төп сәнәғәт тотҡаһы булған Күмертау авиация етештереү предприятиеһында ла республика етәкселеге ярҙамы менән хәлдәр көйләнә. Быйыл республика предприятиенан ике вертолет һатып алыу тураһында килешеү төҙөнө. КА-32 күп функциялы вертолетының янғын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән версияһы ҡыш көндәрендә лә үҙ функцияһын үтәй ала. Һауа транспорты Башҡортостан урмандарында янғын һүндереүҙә ҡулланыласаҡ. Тағы ла бер вертолет санитар авиация өсөн тәғәйенләнгән.

9. Мартта «Торатау» геопаркы Рәсәйҙә берҙән-бер объект булып ЮНЕСКО глобаль селтәренә инеү буйынса бөтә донъянан йыйылған исемлеккә теркәлде. Заявка 2020 йылдың ноябрендә бирелгәйне. «Торатау» тотош планетанан 100-ләгән дәғүәсе араһынан һайлап алынған 16 кандидат араһында. Ҡурсаулыҡтың ғилми, тарихи һәм тәбиғи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Унда табылған тау тоҡомдарының йәше 250 миллион йылдан бер миллиард йылғаса иҫәпләнә.

10. Башҡортостан төйәге элек-электән республика ҡунаҡтарын бай тарихи ерлеге, күркәм тәбиғәте менән йәлеп итә. Быйыл Мәскәүҙән сыҡҡан йылға-диңгеҙ тибындағы «Русь великая» круиз теплоходының тәүгә Ағиҙел буйлап килеп Бөрө һәм Өфө ҡалаларында туҡтауы быға асыҡ дәлил. Теплоход йылғаның урта тирәһендә туҡтаны һәм туристарҙы ярға паромда алып сығыу ойошторолдо.

11. 2021 йыл республикабыҙҙың тарих йылъяҙмаһын теркәүсе журналистар һәм рухиәт донъяһын байытыусы яҙыусылар өсөн дә иҫтәлекле булды. Бер-бер артлы уҙған Милли киң мәғлүмәт саралары форумы һәм «21-се быуат яҙыусыһы» тип исемләнгән төбәк-ара форумда ла ижадсылар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе Башҡортостан башлығы менән бергә тикшерҙе. Журналистар алдында милли журналистиканы заман талаптарына яраҡлаштырыу бурысы ҡуйылһа, яҙыусылар форумында республикала нәшриәт эшен йәнләндереү юлдары билдәләнде. Ижадсылар Башҡортостан тарихының яңынан-яңы биттәрен килер быуындар өсөн теркәүен дауам итә.

Фото №1 - 2021 йылдың иң мөһим ваҡиғалары

Гөлдәриә Йосопова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ