Токиолағы Олимпиадала Башҡортостандан биш спортсы ҡатнашты, алтын һәм көмөш миҙал яуланылар. Паралимпиадала Рәсәй командаһы яулаған миҙалдарҙың 12-еһе беҙҙең спортсылар өлөшө. Был ил төбәктәре араһында иң яҡшы һөҙөмтә. Өфөлә Көрәш буйынса донъя беренселеге уҙғарылды. Башҡортостан спортсылары лайыҡлы сығыш яһаны. Дзюдо буйынса командалар араһында Европа беренселеген ҡабул иттек. Биатлонда беҙҙең спортсылар Эдуард Латыпов һәм Антон Бабиков яҡшы һөҙөмтәләргә иреште, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.




