Ҡышҡы каникулда хәүефле ялды сикләп көн һайын дежурҙа

Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары Граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре менән берлектә рөхсәт ителмәгән урындарҙа тюбинг-санала шыуыусыларға иҫкәртеүҙәр яһай.

Һәр йылдағыса Аврора урамы янындағы биләмәлә ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүселәр күплеге күҙәтелә. Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә текә урындарҙан шыуып, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Инспекторҙар ял итеүселәргә аңлатыу эше алып барып, уларҙы күңелһеҙ осраҡтарҙан араларға тырыша.

Фото №1 - Ҡышҡы каникулда хәүефле ялды сикләп көн һайын дежурҙа

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ