Ял зонаһын асыу тантанаһында халыҡҡа конькиҙар прокатҡа бушлай тапшырылды, хоккей буйынса дуҫтарса уйын ойошторолдо. Шулай уҡ аниматорҙар төрлө конкурстар уҙғарып, балаларҙың күңелен күрҙе.
Боҙ ҡаласығына килгәндә, биләмәлә төрлө арт-объекттар, фотозоналар барлыҡҡа килгән. Шарандар быйыл үҫеп ултырған шыршыны биҙәп тә, башҡа райондарға өлгө, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашын күрһәтте.
Гөлназ Хәйбуллина







