Бөгөн баш ҡаланың Яр буйы урамында «Терра ҡыш» фестивале сиктәрендә аттар парады үтте. Ҡатнашыусылар республика төбәктәренән, кашауай саналылар ҙа бар.
Аттар, ҙа саналар ҙа байрамса биҙәлгән, хатта яңы йыл шыршыһы ла ситтә ҡалмаған. Конкурсҡа килеүселәр урамдан музыкаль уйын ҡоралдарында дәртле көйҙәр уйнап йырлап барҙы. Милли костюмдағылар ҙа, шулай уҡ әкиәт персонаждары булып кейенгәндәр ҙә бар.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, Башҡортостан йылҡысылыҡ буйынса алға киткән төбәк. Ат егеп йөрөү тарихта ҡала барһа ла, конкурс үткәрә алабыҙ. Фестивалгә тоҡомло, иң матур аттар һайлап алынған.
Сара уҙған быуаттың 70-80 -се йылдарындағы Яңы йыл байрамын хәтерләтә. Төп шарттарҙың береһе – санала Ҡыш бабай менән ҡарһылыу һәм гармунсы булырға тейеш. Аттың тоҡомо, нисек эйәрләнеүе лә иҫәпкә алына. Еңеүсегә 100 мең һум аҡса тапшырыла, шулай уҡ номинация буйынса урын алыусылар 100 мең һумды үҙ-ара бүлешәсәк.
Рәмилә Исмәғилева







