Прибельский урта мәктәбендә Солтанғәлиев исемендәге эҙәрмәндәр отряды ике йыл элек кенә эшләй башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәктәп уҡыусыларынан торған төркөм Ленинград оборонаһы үткән ут һыҙығында Хәтер вахтаһында эшләй. Сәфәрҙәрҙе коронавирус пандемияһы тотҡарлауға ҡарамаҫтан, эш һөҙөмтәһе бар.
Отряд вәкилдәре һаҙлыҡтарҙан билдәһеҙ һалдаттарҙың һөйәктәрен таба һәм уларҙы ҡәҙерләп ер ҡуйына тапшырыуға булышлыҡ итә. Отряд етәксеһе Рәмзит Ғәлиәкбәров Төньяҡ Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә һуғыш ғәрәсәте аша үткән. Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемен асыҡлауҙы ул намыҫ эше тип баһалай. Бөйөк Ватан һуғышы уның ғаиләһендә лә тәрән эҙ ҡалдырған.
Рәмзит Ғәлиәкбәров фекеренсә, эҙәрмәнлектең йәш быуын өсөн тәрбиәүи әһәмиәте ҙур.
Ҡырмыҫҡалы эҙәрмәндәре киләһе йылдарҙа ла экспедицияларға сығырға ниәтләй. Маҡсат – Сталинград һуғышы үткән ерҙәрҙе байҡау, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу эҙҙәре буйлап үтеү.
Рафиҡ Әхмәтшин







