Былтыр Өфө лимонарийында 9 тонна лимон йыйып алынған

Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, уҙған йылдар менән сағыштырғанда уңыш күләме кәмеүе күҙәтелгән. Был, тәү сиратта, һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғона, йәйгеһен селлә эҫе булыуға бәйле.

Теплица шарттарында үҫтерелгән емештәрҙең күп өлөшө ҡояшҡа янған. Ҡышҡы осорға килгәндә, лимонарийҙа банан, папайя өлгөрә. Мандариндарҙы ла йыйырға ваҡыт еткән. Биләмәлә цитрус ағастың өс төрө бар. Белгестәр Башҡортостанда йыйып алынған емештең күпкә тәмлерәк булыуын билдәләй.

Өфө лимонарийы Яңы йыл байрамдары, каникул осоронда ла ял көндәрһеҙ эшләй. Иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске бишкә тиклем экскурсиялар ойошторола, һәр кем экзотик үҫемлектәр менән яҡындан таныша ала.

Фото №1 - Былтыр Өфө лимонарийында 9 тонна лимон йыйып алынған

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ