Өфөлә ҡышҡы ғаилә спорт байрамы ойошторолдо

Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе сара 88-cе һәм 93-cө мәктәп уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен берләштерҙе. Билдәле булыуынса, белем усаҡтары биләмәләрендә спорт майҙансыҡтарын һәм йүгереү юлдарын яңыртыу талап ителә. Шуға быйыл «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашыу ҡарары ҡабул ителгән.

Дөйөм финанс сығымдар яҡынса ике миллион ярым һум булыр тип күҙаллана. 88-cе мәктәп программала тәүге йыл ғына ҡатнашмай, быға тиклем стадионды төҙөкләндереүгә ирешелгән. Еңел атлетика менән шөғөлләнеүгә лә уңайлы шарттар булдырыу планлаштарылған.

Фото №1 - Өфөлә ҡышҡы ғаилә спорт байрамы ойошторолдо

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ