Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда уйындар шәлкемен Риганың «Динамо»һы менән дауам итә

Дәғүәсе 44 матчта 14 еңеү яулап Көнбайыш конференцияһын тамамлай. «Юлаевсылар» Магнитогорскиҙың «Металлург»ынан еңелгәндән һуң, Ҡазандың «Аҡ Барсын» алға үткәреп Көнсығыш конференцияһының 4-се баҫҡысына төштө.

Үҙ боҙонда һуңғы алты уйында ла Өфө командаһы Рига коллективын еңеүгә өлгәшкәйне. «Салават Юлаев» – «Динамо» командалары матчының тура трансляцияһын Башҡортостан юлдаш телеканалында иртәгә киске сәғәт 5-се 15 минутта ҡарағыҙ.

Фото №1 - Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда уйындар шәлкемен Риганың «Динамо»һы менән дауам итә

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ