Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 235 кеше коронавирус йоҡторған. 355 пациент һауыҡҡан, 14 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле коронавирус менән ауырыусылар һаны 5 меңдән күберәк, 104 кеше дауаханаларға һалынған, күптәре өйҙәрендә дауалана. Ауырыусыларҙың төп өлөшө 60 йәштән өлкәндәр тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.




