Республикала ике предприятие вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәре була тороп эшмәкәрлеген дауам иткән

Коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтмәүселәрҙе эштән бушатыу тураһындағы ҡануниәт 18 декабрҙән үҙ көсөнә ингәйне. Бынан ары коронавирус таралыуын сикләү маҡсатында ҡәтғи саралар күреләсәк , тине Радий Хәбиров оператив штаб ултырышында. Республика етәкскеһе әйтеүенсә, байрам каникулдарында халыҡҡа ял итеү мөмкинлеге бирелде, әммә һуңынан тикшереү эштәре көсәйтеләсәк.

Радий Хәбиров Сибай менән Туймазыла ковид госпиталдәр төҙөлөшөн дә әүҙемләштерергә ҡушты. Сөнки яңы штамдар быға тиклемгеләренән күпкә йоғошлораҡ һәм сираттағы тулҡын тағы ла көслөрәк көтөлә. Республика медицинаһы һәр төрлө бәрелешкә лә әҙер булырға тейеш.

Фото №1 - Республикала ике предприятие вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәре була тороп эшмәкәрлеген дауам иткән

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ