Өфөлә ял көндәрендә медицина учреждениелары, поликлиника һәм сауҙа үҙәктрендә асылған вакцинациялау пункттары билдәләнгән графикка ярашлы эшләй.
Республикала барлығы 170 урында иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға мөмкин. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары, амбулатория һәм участка дауаханалары алдан раҫланған график буйынса эшләй.
«Планета», «Башҡортостан» сауҙа үҙәктәре һәм «Карусель» гипермаркетында асылған мобиль пункттар көн һайын көндөҙгө сәғәт берҙән киске етегә тиклем эшләй. Был байрам көндәрендә вакцина ҡаҙатырға теләүсе пациенттарҙың һаны кәмеүгә бәйле. Ә бына «Торатау» конгресс-холында табиптар прививка яһатырға теләүселәрҙе ғәҙәти эш режимында ҡабул итә.
Әлфинә Килдейәрова




