Урамдарҙы, сүп-сар контейнерҙары майҙансыҡтарын таҙа тотоу буйынса рейдтар үтә

Башҡортостанда Яңы йыл байрамдары осоронда урамдарҙы, сүп-сар контейнерҙары майҙансыҡтарын таҙа тотоу буйынса рейдтар ойошторолдо. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәтәкәрҙәре баш ҡаланың, Өфө һәм Иглин райондары ихаталарындағы майҙансыҡтарҙы тикшерҙе.

Көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу хеҙмәттәре байрамдар тамамланғансыға тиклем көсөргәнешле режимда эшләйәсәк. Бынан тыш сүпте машианалар сығарғас урам һепереүселәр контейнер майҙансығын 2 сәғәт эсендә таҙартып сығасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Сүп-сар сығарыусыларҙың эш графигы ябай көндәрҙә лә тынғыһыҙ булһа байрамдар осоронда махсусавтохужалыҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренән өҫтәмә тырышлыҡ талап ителә. Яңы йыл табындарынан һуң көндәлек ҡалдыҡтар күләме бер нисә тапҡыр арта. Улар сүп контейҙары майҙанына тиҙерәк барып етеп ҡалдыҡтарҙы полигонға оҙатырға ашыға.

Сүп-сарҙы тотҡарлыҡһыҙ сығарыу өсөн тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан рейд ойошторолдо. Ведомство етәксеһе Урал Искәндәров баш ҡаланың, Өфө һәм Иглин райондары сүп контейҙары майҙансыҡтарын тикшереп төбәк операторҙарына эш тәҡдимдәрен еткерҙе. Участкаларҙы тәртиптә тотоу өсөн сүп-сар техникаға тейәлгәс урам һепереүселәр 2 сәғәт эсендә контейнерҙар эргәһен тағы ла бер тапҡыр таҙартып сығырға тейеш тип килешелде.

Рейд барышында ҡуйылған талаптарҙы үтәмәгән ойошмалар ҙа асыҡланды. Урындағы етәкселәр менән аңлатыу эше алып барыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта белгестәр граждандарҙың үҙҙәренә лә тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу өсөн яуаплы булыуҙы һорай.

Республиканың 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән үҫеш стратегияһына ярашлы, көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү тармағын камиллаштырыу маҡсаты ҡуйыла. Көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу, сүп майҙандарын тәртипкә килтереү мәсьәләләренән тыш бөтә сүп-сарҙы айырым һауыттарҙа йыйып уны республика сиктәрендә яңынан эшкәртеү үҙәктәрен булдырыу күҙаллана.

Фото №1 - Урамдарҙы, сүп-сар контейнерҙары майҙансыҡтарын таҙа тотоу буйынса рейдтар үтә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ