Объекттар «Хәйбулла районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» муниципаль программаһы сиктәрендә асылды. Уның уңайлыҡтары хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Бөтә сирҙән дә дауа. Миңһылыу Әминева бер тиҫтә йыл хиджама, һөлөк ҡуйыу менән шөғөлләнә. Бының өсөн 25 йыл фельдшер булып эшләгән ханым өҫтәмә уҡыуҙар үтә, белемен камиллаштыра. Элек клиенттарҙы өйҙә ҡабул итһә, хәҙер Аҡъярҙа асылған коворкинг-үҙәктә айырым бүлмәлә эшләй. Яңы урынға күсеү менән хеҙмәттәрҙе лә күбәйтеү, биҙәнеү хиджамаһы һәм массаж эшләү серҙәренә төшөнөргә ниәтләй.
Ә бына күп балалы Динә Ишемғолова ҡағыҙ эшен шарҙарға алмаштыра. Декрет отпускаһында аэродизайн, төрлө сараларға декорация эшләү менән ҡыҙыҡһына. Тейешле белем алғас, бизнес проектын яҡлап, эшҡыуарлыҡты башлап ебәреү өсөн 250 мең һум грант ота. Был сумма кәрәкле йыһаздар алыу өсөн ҡулланыла. Динә Ишемғолова ла Хәйбулла районы үҙәгендә асылған коворкинг-үҙәктә эш башлай. Тәүге көндәрҙә үк клиенттар күп булыр тип көтмәгәйнем, ти йәш эшҡыуар.
Дәүләт ярҙамында асылған «Әҙилә» майҙансығында көнкүреш хеҙмәт күрһәтеүселәр - парикмахер, маникюр оҫталары һәм башҡалар эшләй. Урында оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн майҙансыҡ менән ашхана ла бар. Коворкинг-үҙәк асыу идеяһы менән Лилиә Биксембәтова күптән хыяллана. Эшҡыуарлыҡты башлап ебәреү өсөн 10 резидент булыуы һәм 5 йылдан да кәм эшләмәү бурысы ҡуйылған.
«Балта» коворкинг-үҙәген асыу өсөн йүнәлтелгән аҡсаның яртыһын дәүләт ҡаплай. Аҡъярҙа бер юлы ике күнкүреш хеҙмәтен күрһәтеү майҙансығы асыла. Рәмил Билалов бының өсөн элекке һөт заводы бинаһын һайлай. Сүп-сар тулы бүлмәләр, ярыҡ тәҙрә һәм ташландыҡ хәлдә ҡалған бина яңы һулыш ала.
Иркен бинаға күсеү менән балта оҫтаһы яңы һөнәр ҙә үҙләштерә башлаған. Хәҙер ул шкаф, комод, ултырғыстарҙы реконструкциялау менән шөғөлләнә. Ә быға тиклем уға йорт ихатаһында станоктар ҡуйып эшләргә тура килгән. Гөлназ Аралбаева ла ошоға тиклем тегенеү эше менән өйҙә булышҡан. Өйҙә һәр саҡ энә өҫтөндә ултырған кеүек, ти ул. Йорт мәшәҡәттәренән бушап булмай, иғтибар юғала. Шуға күрә коворкинг-үҙәккә күсеп, тулы ҡеүәттә эшләй башлауға бер ҙә үкенмәй.
«Балта» коворкинг-үҙәгендә һөнәрселәр, халыҡ кәсептәре оҫталары өсөн эш шарттары булдырылған. Үҙәктәрҙе сафҡа индерергә дәүләттән 2 миллион һум аҡса бүленгән.
Әлфинә Килдейәрова




