Меңдән ашыу халыҡ йәшәгән Тәтешле районының иң ҙур ауылы «Айыҡ ауыл» – 2020 республика конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булғайны. Ҙур ауыл биләмәләре араһында еңеү яулаусыларға 2 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Айыҡ ауылда йәшәгән халыҡтың көнитмеше менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Алина менән Фәдис Солтангәрәевтар дүрт бала үҫтерә. Күп бала тәрбиәләгән ғаилә ауылдаштарына лайыҡлы өлгө. Солтангәрәевтар айыҡ йәшәү рәүешен алып бара, балаларының спортҡа ылығыуын, сәләмәт булып үҫеүен, яман ғәҙәттәрҙән ары тороуын хуплай. Ғаилә башлығы тыуған ауылында нигеҙ ҡорған. «Уңыш-2020» республика конкурсында еңеү яулай, ауыл хужалығындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн еңел автлмобиль менән бүләкләнә. Ғаиләлә балалар атай-әсәй өлгөһөнә эйәреп, эшһөйәр, тырыш булып үҫә.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыу теләген белергәндән һуң, Шүлгәндә йәшәгән күп кенә ғаиләләр йәшәү рәүешен төбө-тамырынан үҙгәрткән. Тәү ҡарашҡа ауыр тойолған айыҡлыҡ мәсьәләһенә ауылдың дөйөм йыйылышында етди ҡарарҙар ҡабул ителгән. Әүҙем граждандар, депутаттар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре эскелеккә ҡаршы рейдтар, саралар ойошторған. Айыҡ тормошҡа иң беренселәрҙән булып һатыусылар ҙа булышлыҡ иткән.
Шүлгән ауылында 290 йорт иҫәпләнә. Йәш ғаиләләрҙә ишле балалар тәрбиәләнә.Сағыу һәм заманса балалар майҙансығы малай-ҡыҙҙарҙың яратҡан ял итеү урынына әүерелгән.
Балалар майҙансығын төҙөкләндереү – халыҡ теләген иҫәпкә алып тормошҡа ашырылған. Был маҡсатта район хакимиәтенән миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Айыҡлыҡҡа килеүҙә, сәләмәт тормош рәүешен һайлауҙа һәр кемдең үҙ юлы. Ә шүлгәндәр берҙәмлек, татыулыҡ менән айырылып тора. Һәр кем үҙ балаһының яҙмышы айыҡ, татыу ғаиләләрҙә, яҡшы ғәҙәттәр менән лайыҡлы яҙылһын ине, тип теләй.
Шүлгән ауылы үҙәгендәге был сағыу балалар майҙансығы барлыҡҡа килеүе республика «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеү һөҙөмтәһе. Айыҡ ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар гаджеттарҙан айырылып, ошо мөғжизәле майҙансыҡта туйғансы уйнай, тиҫтерҙәре менән аралаша.
Гүзәл Борханова







