Өфөнөң Орджоникидзе районында янғындарҙы иҫкәртеү буйынса рейдтар үтте

Өфөнөң Орджоникидзе районында янғындарҙы иҫкәртеү буйынса рейдтар үтте

Хәүефһеҙлек тәү сиратта. Өфөнөң Орджоникидзе районында янғындарҙы иҫкәртеү буйынса рейдтар үтте. Белгестәр баҡса йорттарында мейестәрҙең, электр һәм зәңгәр яғыулыҡ ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшереп, урындағы халыҡ менән әңгәмәләр уҙғарҙы. Байрам осоронда профилактик рейдтар башҡа биләмәләрҙә лә ойоштороласаҡ тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Ҡотҡарыусылар Яңы йыл байрамын иң хәүефле осорҙоң береһе тип билдәләй. Оҙайлы ял көндәрендә кешеләр уяулығын юғалтып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итә. Сатлама һыуыҡтар ҙа статистикаға үҙ өлөшөн индерә – йорт хужалары мейесте ныҡ яғып янғын сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү, янғындар һанын кәметеү өсөн баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә рейдтар үтте.

Хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен тикшергәндән һуң белгестәр граждандар менән әңгәмә үткәрҙе. Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән өлкән быуын кешеләре иғтибар үҙәгендә. Һәр йортта йылытыу ҡоролмалары, электр сымдарының төҙөклөгө тикшерелде, иҫкәртеү ҡоролмалары тураһында мәғлүмәт еткерелде.

Рейдтың тап баҡсасылар ширҡәтендә ойошторолоуо осраҡлы түгел – шәхси йорттарҙа хәҙер йыл әйләнәһенә йәшәүселәр күп.

Төбәктә янғынға ҡаршы рейдтар башҡа-район ҡалаларҙа ла ойоштороласаҡ тип көтөлә. Инспекторҙар байрам осоронда хәүефһеҙлек сараларын онотмаҫҡа кәңәш итә. Һуңғы аҙна эсендә республикала теркәлгән 90 янғында 4 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Фото №1 - Өфөнөң Орджоникидзе районында янғындарҙы иҫкәртеү буйынса рейдтар үтте

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ