Уның сиктәрендә коррекция мәктәптәрендә белем алыусыларға оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Остаз булараҡ билдәле артистар, музыканттар, рәссамдар сығыш яһай. Сәхнә оҫталары союзы башланғысы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Зәңгәр төҫтәге буяу ҡулланып шыршының күләгәһен төшөрөргә кәрәк. Салауат районындағы коррекция мәктәп-интернатында оҫталыҡ дәресе ойоштороп, балаларҙың Яңы йыл мөғжизәһенә ышанысын арттырҙы. Гуашь ярҙамында аҡ ҡағыҙ биттәрендә сағыу биҙәктәр менән балҡыған ҡупшыҡайҙар ҡалҡты
Мөмкинлектәр сикһеҙ. Үҙенсәлекле балаларҙың ижади һәләттәрен асыуға ла кәртәләр юҡ. «Ҙур кеше көнө» проектын ойоштороусылар республика коррекция мәктәптәре буйлап оло сәфәргә сығып, был һүҙҙәрҙе йәнә дәллиләне. Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева ла остаздар исемлегендә. Уҡыусыларҙы ул милли бейеү сәнғәте менән таныштыра.
Проектта тиҫтәгә яҡын билдәле артист ҡатнаша. Йырлап, төрлө музыка ҡоралдарында уйнап, кескәй йөрәктәрҙе берләштерә улар. Һәр осрашыу концерт программаһы менән байытыла.
Сәхнә оҫталары союзы тарафынан ойошторолған күләмле социаль проектты төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы ла күтәреп алған. Мәрхәмәтлек сараһының тәүмаҡсаты – психик һәм физик үҫешендә тотҡарлыҡ булған балаларҙы ижадҡа, сәнғәткә ылыҡтырып, йәмғиәткә яраҡлаштырыу
Проекттың «Ҙур кеше көнө» тип аталыуы осраҡлы түгел. Үҙенсәлекле балаларҙың оло йөрәкле булыуына иғтибар йүнәлтелә. Шул уҡ ваҡытта сәхнә оҫталары ла юғары үрҙәргә ирешкән замандаштарыбыҙ. Салауат районындағы махсус белем усағы етәкселеге билдәләүенсә, мәрхәмәтлек акцияһы уҡыусыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған
Күләмле социаль проектты ойоштороусылар республика коррекция мәктәптәрендә генә туҡталырға уйламай, уңышлы тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә таратырға кәрәк тигән фекерҙә. Сөнки һәр бер махсус белем усағы иғтибарға лайыҡ. Бында ҙур кешеләр тәрбиәләнә.
Гөлназ Хәйбуллина







