«Республика LIVE» проектының 400-сө юбилей тапшырыуы эфирға сыға

Башҡортостандың йөрәк тибешен водеокамералар ярҙамында яҡтыртыусы «Республика LIVE» проектының 400-сө тапшырыуы эфирға сыға. Өс йыл ярым зәңгәр экрандарҙа халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, ижтимағи-сәйәси, социаль-мәҙәни, медицина, спорт ҡаҙаныштарын яҡтыртҡан проектты әҙерләүселәрҙең кадр артындағы эше менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Радий Хәбиров республиканы 2018 йылдың октябренән етәкләй. Ошо ваҡыттан алып «Республика LIVE» Башҡортостан Башлығының эш сәфәрҙәрен теүәл һәм оператив яҡтыртып килә. Халыҡ-ара форумдар, төбәктең төпкөл ауылдарында халыҡ йәшәйеше, алданған иғәнәселәр мәсьләләре... Ябай халыҡты борсоған бихисап һорауҙар эш сәфәре барышында ҡәләмгә алына һәм хәл ителә. «Республика LIVE» проекты командаһы Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй.

Республика етәксеһенең эш сәфәрҙәре күберәк булған һайын, пландан тыш та эфирҙар әҙерләргә, эш графигын үҙгәртеп, башҡа проекттарҙан да белгестәр йәлеп итергә тура килә.

Елена Прочаковская, «Республика LIVE» проекты авторы

«Республика LIVE» программаһы иң ҡараулыһы ла. Уны берҙәм командаға тупланған үҙ эшенең оҫталары әҙерләп эфирға сығара.

Республика Башлығы тығыҙ графикта эшләй. 3 йыл ярым эсендә 163 объект: күперҙәр, ихаталар. парктар, 60 мөҙәниәт усаҡтары, 100 ашыу мәғариф учреждениелары, 26 форум яҡтыртылған. Улар бөтәһе лә оператив рәүештә эфирға әҙерләнгән. Эш сәфәрҙәре барышы – авторҙар, редакторҙар, тауыш режиссерҙарының коллектив хеҙмәт һөҙөмтәһе. Эфирға еткереләһе текст биш мөхәрирҙең отҡор ҡәләме аша үтә. Уларҙың һәр береһе айырым сығарылыш өсөн яуаплы.

Эш сәфәре барышында сәнәғәт предприятиеларында ҡулланылған һөнәри лексика, ҡыҫҡа абревиатуралар – бөтәһе лә ябай тамашасыға аңлашылһын өсөн мәғлүмәти титрҙар менән оҙатыла.

Наталья Ярина, «Республика LIVE» программаһы мөхәррире

Сығарылыштарҙа һүрәттән тыш, тауыш, өндәрҙе яҙҙырыуҙа ҡамасаулаған ел һәм башҡа көтөлмәгән осраҡтарҙы шымартыуҙа айырым оҫталыҡ талап ителә. Был өлкәгә тауыш режиссеры Тимур Сафин яуалы.

26 минутлыҡ тапшырыу йыйылып бөткәндән һуң тауыштарҙы һәм өндәрҙе кәрәк урында күтәреп, ҡайһы бер ерҙә кәметеп сығам.

Тимур Сафин, «Республика LIVE» программаһының тауыш режиссеры
Выборы 2026

Һүндерелмәй ҡалған кеҫә терефондарының тауыштарын да кәметергә тура килгән саҡтар бар.

400-сө юбилей сығарылышы иһә Башҡортостандың Бишбүләк районынан сыҡҡан билдәле дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, Сәғүд Ғәрәбстаны, фарсы-ғәрәп донъяһы менән совет иле араһында дуҫлыҡ күперен һалыусы дипломат Кәрим Хәкимов яҙмышына һәм эшмәкәрлегенә арналған.

Елена Прочаковская, «Республика LIVE» проекты авторыКәрим Хәкимовтың шәхесе һәм яҙмышы тетрәндергес. Төпкөл ауылдан, ябай башҡорт ғаиләһенән бөтә донъяға билдәле илсе үҫеп сығыуы Башҡортостаныбыҙ өсөн ҙур мәртәбә. Эш сәфәрҙәре барышында беҙ республиканы бөтә ғәләмгә танытҡан Кәрим Хәкимов , Валерьян Альбанов кеүек шәхестәр хаҡында тамашасылар менән бергәләп күп мәғлүмәт беләбеҙ. Бының өсөн Башҡортостан Башлығына рәхмәтлебеҙ.

Елена Прочаковская, «Республика LIVE» проекты авторы

Республика LIVE» проекты Башҡортостан халҡының йәшәйешен, төпкөл ауылдарҙың тын алышын нисек бар, шулай яҡтырта. Проект беҙҙең төбәк тормошон республика етәкселеге менән бергәләп тағы ла күркәмерәк һәм яҡшыраҡ итергә булышлыҡ итә.

Фото №1 - «Республика LIVE» проектының 400-сө юбилей тапшырыуы эфирға сыға

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ