Ошо уңайҙан Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә православие вәкилдәрен байрам менән ҡотланы.
«Беҙҙең өсөн Раштыуа, Ҡорбан байрам һәм Песах – бергә ҡаршылай торған көндәр, сөнки дуҫ йәшәйбеҙ. Был, һис шикһеҙ, дөрөҫ һәм уны һаҡлаясаҡбыҙ» - тигән Башҡортостан башлығы.
Раштыуа байрамы күп быуаттар элек Вифлеемда Иисус Христос хөрмәтенә булдырылған. Башҡортостанда ул һәр саҡ ҙурлап үткәрелә. Уҙған төндә республикала, шул иҫәптән Өфөнөң 19 ҡорамында байрам саралары ойошторолдо. Сиркәүҙәрҙә барлыҡ санитар-эпидемиологик саралар күрелде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Рождество Богородицы ҡорамынан тура трансляция алып барҙы.







