Нуриман районында шәхси вертолеттың фажиғәгә тарыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Волга буйы транспорт прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл уҙған төндә Ҡарағайкүл ауылынан алыҫ булмаған урында теркәлә. Һауа судноһында өс кешенең булыуы асыҡлана.

Тәүҙә борттағы бер кешенең үлеме тураһында хәбәр ителә, икенсе пассажир ашығыс ярҙам машинаһында вафат була. Һауа судноһы командиры төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡорбандар араһында 36 йәшлек эшҡыуар Андрей Олейниктың булыуы билдәле. Ул шулай уҡ Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Попечителлек советы рәйесе булған.

Аварияла шулай уҡ 58 йәшлек Олег Андреевтың ғүмере өҙөлгән. Транспорттағы тәфтиш идаралығы «Һауа транспортын файҙаланыу һөҙөмтәһендә хәрәкәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу һәм һаҡһыҙлыҡ менән ике кешенең үлем осрағына килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. 

Транспорттағы тәфтиш идаралығы осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Белгестәр әлегә өс версияны тикшерә. Улар һауа шарттарының насар булыуы, пилот хатаһы һәм һауа судноһының техник төҙөк булмауы. Шулай уҡ шаһиттарҙан һорау алыу, ҡайһы бер экспертизалар тәғәйенләнгән.

Дмитрий Захаров, Тәфтиш комитетының транспорт өлкәһендә төбәк-ара тәфтиш идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы
Фото №1 - Нуриман районында шәхси вертолеттың фажиғәгә тарыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ