Өфө районында теркәлгән аварияла ике кеше һәләк булған

Өфө-Шишмә-Осоргин юлында Daewoo Nexia автомобиле ҡаршыға килгән Hyundai менән бәрелешкән.

Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә Daewoo автомобилендә ике кеше һәләк булған, ҡалған икәүһенә медицина ярҙамы талап ителгән. Hyundai автомобилендә лә оло кеше һәм ике бала зыян күргән, улар дауаханаға оҙатылған.

Һауа торошо ҡатмарланыу сәбәпле, республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы автомобиль йөрөтөүселәргә һаҡ булырға, юл ситендә «ҡорос ат»тарын ҡалдырмаҫҡа, юл таҙартыу хеҙмәтенә ҡамасауламаҫҡа кәңәш итә. Буранлы осорҙа сәфәрҙәрҙән тыйылып тороу урынлы. Юлға сыҡҡан осраҡта тиҙлек режимын һәм интервалды һаҡлау мөһим.

Фото №1 - Өфө районында теркәлгән аварияла ике кеше һәләк булған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ