Республиканың күп кенә төбәктәрендә буран сыҡты, боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары барлыҡҡа килде

Һауа шарттарының боҙолоуын иҫәпкә алып  коммуналь хеҙмәткәр көсөргәнешле эш режимына күсерелде. Бөгөн Өфө  урамдарында йөҙләгән махсус техника эшләй. Көслө ҡар яуыу эҙемтәләре менән көрәшеүселәр хаҡында киләһе репортаж.

Өфөнөң Ленин урамы. Епшек ҡар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эшен ҡатмарлаштырыуына ҡарамаҫтан, ҡала үҙәген ҡарҙан таҙартыу көйлө бара. Ҡеүәтле техникалар ҙа ярҙамһыҙ ҡалдырмай.

Үҙгәреүсән һауа торошона бәйле, боҙбармаҡтар һанаулы ваҡыт эсендә метр ярымғаса барып етә. Шуға ла, урам-ихаталар менән бергә, йорт ҡыйыҡтары ла ҡарҙан таҙартыла. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалығынан мең ярымлап хеҙмәткәр, 300-ҙән ашыу берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Транспорт сараһына ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Тик эшләргә водителдәр генә етмәй, ти идаралыҡ етәкселеге.

Әйткәндәй, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға сығыусылар ҙа юҡ түгел. Өфөнөң ҡайһы бер күп ҡатлы йортта йәшәүселәр өмәгә сыҡты. Ҡулдарына көрәк алып машина туҡталҡаларыы, балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡарҙан таҙартылды. Эш һуңында балаларға байрам ойошторолдо.

Ғөмүмән, республикала коммуналь хужалыҡ хеҙмәте көсөргәнешле режимда эшләй. Бигерәк тә, муниципаль-ара һәм федераль әһәмиәтендәге юлдар төп иғтибарға алынған. Әле федераль трассала ғына 114 берәмек техника эшләй. Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров ҡар сығарыу техникаһы һатып алырға ҡушты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, бының өсөн ҡаҙнала аҡса бар. Үткән йыл аҙағындағы бурандар махсус техникаға ҡытлыҡты һиҙҙертте. Коммуналь хужалыҡтар ҡар сығарып өлгөрә алманы. Шуға ла техника паркын тулыландырыу мотлаҡ.

Махсус техника яҙ айҙарына килеп етер тип көтөлә. Әлегә юлдағы көтөлмәгән хәлдәргә муниципалитеттар әҙер булырға тейеш, тине төбәк етәксеһе.

Фото №1 - Республиканың күп кенә төбәктәрендә буран сыҡты, боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары барлыҡҡа килде

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ