Өфөнөң берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте составында ситуация үҙәге ойошторолған

Унда торлаҡ-коммуналь системалағы проблемалар, транспорт хеҙмәтләндереүенә бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, байрам көндәрендә шылтыратыусылар айырыуса күбәйә, көн һайын  3 меңләп кеше  мөрәжәғәт итә. Халыҡты ниндәй һорауҙар борсоуы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ҡыҙыҡһынды.

Ситуация үҙәгендә телефон бер минутҡа ла тынмай. Төнө буйы ҡар яуыуы һәм буранлап тороуы һөҙөмтәһендә Өфөнөң урам-ихаталарында  көрт өйөмдәре хасил булған. Халыҡ ҡарҙы тиҙерәк таҙартыуҙы һорай. 10 йылға яҡын дитспетчер булып эшләгән Снежана Давыдова әйтеүенсә, һәр миҙгелгә генә хас проблемалар бар. Яҙ һыу баҫыу, йәй һыуға батыу, көҙ йылтыу ҡоролмаларынан сыҡҡан янғындар. Йәғни, ғәҙәттән тыш хәлдәр текәлеп кенә тора. 

Бөгөн төндә ҡар күп яуҙы, шуға иртәндән ҡарҙы таҙарытуҙы һорап шылтырата башланылар. Бер мөрәжәғәт трамвай  юлына көрт һалыуы тураһында булды, ҡалғандары ихаталар менән бәйле. Төштән һуң был проблема менән мөрәжәғәт итеүселәр юҡ. Ә башҡа ваҡыттарҙы алғанда, һәр миҙгелдең үҙ мәсьәләләре.

Снежана Давыдова, диспетчер

Өфөнөң берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтендә ситуация үҙәге лә  ойошторолғас мөрәжәғәт итеүселәр ҡырҡа артҡан. Белгестәр фекеренсә, был дөрөҫ ҡарар. Хәҙер ҡаланың йәшәйеше менән бәйле барлыҡ проблемаларҙы бер урында туплау, күҙәтеү һәм хәл итеү мөмкинлеге бар.

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә оператив штаб ҡарары менән кол үҙәк ойошторолғайны. Унда диспетчерҙар халыҡтың йылылыҡ менән бәйле һорауҙарына яуап бирҙе. 1 ғинуарҙан беҙ үҙәктең эшмәкәрлек даирәһен тағы ла киңәйтергә булдыҡ. Хәҙер ул ситуация үҙәге тип атала  һәм бында  торлаҡ-коммуналь система, транспорт проблемалары менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Антон Тристан, Өфөнөң йәшәйешен тәьмин итеү буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары

Әлбиттә, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә эш күләме арта. Әммә операторҙар бар һорауҙарҙы ла тиҙ арала яуаплы учреждениеларға еткерергә һәм тотҡарлыҡһыҙ хәл ителеүен контролдә тоторға тырыша.

Беҙ көн һайын 2 мең ярым, 3 мең шылтыратыу ҡабул итәбеҙ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙары ғына түгел, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡан осраҡтар ҙа, төрлө авариялар ҙа була. Ситуация үҙәге итеп үҙгәртелеү менән мөрәжәғәт итеүселәр иҫәбе 400-500-гә артты. Оҙайлы каникулдарҙың да йоғонтоһо бар, байрам осоронда көтөлмәгән хәлдәр йышыраҡ теркәлә.

 Рафаэль Әхмәтов, Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе
Выборы 2026

Белгестәр фекеренсә, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтендә ойоштороған ситуация үҙәге сағыштырмаса яңы ойошма. Әммә бер аҙна эсендә генә лә ул үҙенең кәрәклеген иҫбатлаған да инде. Сөнки халыҡ бында борсоған һорауҙары менән мөржәғәт итә ала.

Фото №1 - Өфөнөң берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте составында ситуация үҙәге ойошторолған

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ