Былтыр ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән

Былтыр Башҡортостанда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Барлығы  539 проект тормошҡа ашырылған. 2022 йылға ла йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса заявкалар ҡабул ителә.

Әйтәйек, Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында йәшәүселәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтары иҫтәлегенә яңы һәйкәл ҡуйыуҙы планлаштырған. Билдәле булыуынса, быға тиклем дә урындағы халыҡ программала уңышлы ҡатнашып, трактор, коммуналь техника менән тәьмин ителә. Мәктәп, балалар баҡсаһы һәм мәҙәниәт усағында ремонт эштәре башҡарыла.

Яңы Кәлсер ауылы биләмәһендә йәшәүселәр ҙә «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы старт алғандан бирле, конкурста даими ҡатнашып, һайлап алыу этаптарын уңышлы үтә.  Биш йыл эсендә ауылдарҙа социаль объекттар, юлдар төҙөкләндерелә, яңы трактор һатып алына, обелиск ҡуйыла.

Фото №1 - Былтыр ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ