Тәтешле районы Мәмәтәй ауылында халыҡ эсәр һыуға йөрөгән шишмә төҙөкләндерелде

Тәтешле районы Мәмәтәй ауылында халыҡ эсәр һыуға йөрөгән шишмә төҙөкләндерелде

Оло шишмәгә яңы ғүмер. Тәтешле районы Мәмәтәй ауылында халыҡ эсәр һыуға йөрөгән шишмә төҙөкләндерелде. Эштең башында торған «Реаль эштәр» проекты активистары менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Мәмәтәй ауылында һәр йортта тиерлек автоном һыу скважинаһы бар. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар шишмә һыуын боронғоса көйәнтәләп ташырға күнеккән. Быға тиклем шишмәгә төшөү урыны уңайһыҙ булһа, «Реаль эштәр» ярҙамында Оло шишмә хәҙер танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.

Оло шишмә эргәһенә 1762 йылда Мәмәтәй Күҙәев килеп төпләнгән. Ирәкте ырыуы ғаиләләренең көнитмеше шул ваҡыттан алып ошо саф һыулы  шишмә менән бәйле. Йәшәү сығанағы булған эсәр һыуҙарына улар һәр ваҡыт һаҡсыл ҡарашта. Оҙаҡ йылдар тыуған ауылынан ситтә йәшәп, йәнтөйәгенә ҡайтып нигеҙ ҡорған ир-уҙамандар инешкә яңы һулыш биргән.

Ауыл халҡы дөйөм йыйылышта шишмәне тергеҙеү мәсьәләһен күтәрә. «Реаль эштәр» проекты хуплап, илле мең һум аҡса йүнәлтә. Ҡалған сығымдарҙы ауыл халҡы менән бағыусылар күтәрә.

Мәмәтәйҙәрҙең төрлө быуын вәкилдәре аунап үҫкән, еләк йыйған тарафы - аръяҡҡа сығыу өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Быға тиклем халыҡ унда ергә һеңеп бөткән ағас ҡоролма аша  үтһә, хәҙер тимер күпер аша йөрөй.

Дүрт быуат дауамында Оло шишмә Мәмәтәй ауылы халҡының һыуһынын ҡандыра, йәшәүгә көс, илһам. дәрт бирә. Ауыл кешеләре был йылғаларын, күлдәрен, шишмәләрен реаль эштәр ярҙамында, күмәк көс менән тәртиптә һәм бөхтәлектә тота.

Фото №1 - Тәтешле районы Мәмәтәй ауылында халыҡ эсәр һыуға йөрөгән шишмә төҙөкләндерелде

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ