Кем ул иң шәп инәй? Әбйәлил районында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын йомғаҡлап үҙенсәлекле конкурс үтте. Төрлө ауылдарҙан йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар «Шәп инәй» бәйгеһендә һынау тотто.
Был көндө әсәй ҙә, өләсәй ҙә, ағинәй ҙә сәхнәгә сыҡты. Улар рәхәтләнеп бейене, спорт менән шөғөлләнде, үҙҙәре менән таныштырып, йыр-моңға, бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте.
Был сара Рәсәй президентының май указы менән барлыҡҡа килгән «Демография» милли проектының һәм Башҡортостанда тормошҡа ашырылған дәүләт милли сәйәсәтенең бурыстарына һәм маҡсаттарына тап килде. Конкурсанттар «Баҫалҡы», «Йәтеш», «Мөләйем», «Сая», «Һөймәлекле» һәм «Етди» тип аталған номинацияларҙа көс һынашты.
Бәйгенең гран-приһын район үҙәгендә йәшәүсе Флүрә Рәхмәтуллина яуланы. «Тамашасы һөйөүе» призына Һәҙиә Талхина лайыҡ булды, ә Гөлсирә Ҡаһарманова «Интернет-еңеүсе» тип танылды.
Илдар Байбулатов







