Иглин районында бокс буйынса асыҡ турнир уҙҙы

Иглин районының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә  республиканың алты районынан йәш спортсылар йыйылды. Яңы йылда, ҡышҡы каникулдар осоронда спорт декадаһы сиктәрендә ойошторолған ярышта 54 боксер рингта алышты.

Иглиндан Егор Шумихин һәм Данил Быстров үҙ категорияларында уңышлы сығыш яһап, еңеү яуланы. Егор Шумихин бокс менән 5 йәшенән шөғөлләнә. Яҡшы физик әҙерлек һәм көс талап ителгән спорт төрө менән шөғөлләнергә үҫмерҙе атаһы алып килгән.

Асыҡ турнирҙа, ҡаршылыҡтарҙы еңеүсе спортсының маҡсаты- бокс буйынса Башҡортостан йыйылма командаһына эләгеп, Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу. Йәш спортсы тернер Анатолий Шампаровта шөғөлләнә. 

Минең өсөн бөгөнгө алыш еңелдән булманы.   Миша Попов менән рингҡа сыҡтым. 29 мәрәй йыйып үҙ ауырлыҡ категориямда еңеү яуланым. Спецназға әрме хеҙмәтенә барырға ниәтләйем.

Егор Шумихин, бокс буйынса асыҡ турнир еңеүсеһе

Әүҙем спорт төрҙәрен һайлаусы йәштәр йөҙөү, волейбол буйынса беренселектә ҡатнашҡан. Ял көндәрендә районда грек-рим көрәше, дзюдо, мини-футбол буйынса ла ярыштар үтәсәк. Башҡортостандың бокс буйынса баш тренеры Рим Бәшәров  билдәләүенсә Иглин спортсылары был спорт төрө  буйынса тик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә һәм уларҙың Башҡортостан йыйылма командаһына эләгеү мөмкинлеге көслө.

Фото №1 - Иглин районында бокс буйынса асыҡ турнир уҙҙы

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ