Үткән төндө генә ҡала һәм райондарҙа ҡар менән көрәшкә 458 берәмек техника һәм 1 меңгә яҡын хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Иң күп техника баш ҡала урамдарында эшләй, сөнки тәүлек әйләнәһенә тиерлек туҡтамай яуған ҡар транспорт хәрәкәтен ҡатмарлаштырған. Ихаталарҙа ла көрт өйөмдәре хасил булған. Коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡар менән көрәше хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.
Тәүлек әйләнәһенә яуған ҡарҙы көрәк менән генә таҙартып бөтөү мөмкин түгел. Икенсенән, көн бер аҙы йылтыу сәбәпле ҡар епшек, ул көрәккә лә йәбешеп бара, ауыр ҙа. Был осраҡта бәлкәй ҡар таҙарытыу тракторҙары иң ҙур ярҙамсы. Уңайлы транспорт төрө коммуналь хеҙмәттәргә өс йыл элек бирелә башлаған.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттең МТЗ тракторҙары ла бар, улар иркенерәк ихаталарҙы таҙартыу менән мәшғүл. Идаралыҡ етәкселәре әйтеүенсә, әле эшкә тотош состав йәлеп ителгән. Бөтәһе лә ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыуҫа ярҙам итә.
Торлаҡ коммуналь хужалыҡтар йорт тирәләрен, ихаталарҙы таҙартһа, урамдар, тротуарҙар өсөн төҙөкләндереү буйынса хеҙмәттәр яуап бирә. Улар ҙа көнө-төнө сафта. Бөгөн линияға 200-ләп махсус техника сығарылған.
Өфөнөң Совет районындағы төҙәкләндереү буйынса хеҙмәте әле баш ҡаланың Октябрь проспектында эшләй. Белгестәр әйтеүенсә, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға водителдәр үҙҙәре ҡамасаулай. Улар тимер аттарын юл буйҙарында ҡалдырып китә.
Ҡар менән көрәш республиканың башҡа ҡала-райондарында ла бара. Һәр төбәктә эш урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып ойошторолған. Белгестәр фекеренсә, тәү сиратта транспорт хәрәкәте менән бәйле ҡатмарлыҡтар булырға тейеш түгел
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн төндә лә буранлап тороуы көтөлә. Тимәк, коммуналь хеҙмәттәргә әле тынысланырға иртәрәк. Ҡар өйөмдәренә ҡаршы көрәш дауам итә, ҡыштың ҡанундары ҡаты.
Рәмзиә Кәримова




