Бөгөн белгестәр баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге гипермаркет, мунса, күңел асыу комплексын тикшерҙе. Улар ковид инспекторҙарының эше һәм хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһы билдәләнгән көндәлек журнал менән танышты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәмәғәт урындарына инеү өсөн вакцинация үтеүҙе раҫлаған QR-код йәки һуңғы алты айҙа сирләү тураһында белешмә, йә иһә медицина ойошмаһынан прививка яһатырға ярамауы хаҡында белешмә талап ителә.
Ковидҡа ҡаршы сара барышында белгестәр күпселек халыҡтың санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәүен билдәләне. Сауҙа үҙәктәренә оло йәштәгеләр QR-кодһыҙ йөрөмәй. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы менән дә эш итергә өйрәнгән.
Азат Ғәлиуллин







