Меценаттар ярҙамы менән ғәмәлгә ашырылған программа сиктәрендә Бишбүләк районында байтаҡ эштәр башҡарылған. Урындағы халыҡ көсө менән Йылбулаҡтамаҡ ауылында мәсет төҙөкләндерелә, эшҡыуар Фәнил Хөснөтдинов Уҫаҡкисеү ауылындағы мәктәпкә ремонт үткәреү өсөн 1,5 миллион һумға төҙөлөш материалдары һатып алған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Бишбүләк районы Уҫаҡкисеү ауылындағы мәктәп ярты быуат элек төҙөлгән. Белем усағы иҫке булыуға ҡарамаҫтан, педагогтар, уҡыусылар коллективы район конкурстарында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Алдынғы малай-ҡыҙҙарҙы дәртләндерер өсөн мәктәптә грант ойошторолған. Урындағы меценат Фәнил Хөснөтдинов тарафынан йыл һайын уҡыусыларға 5-шәр мең һум премия тапшырыла.
10 балаға иҫәпләнгән гранттан тыш, Фәнил Хөснөтдинов көсө менән мәктәптә ремонт үткәреү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алынған. Күптән инде ошо белем усағын тамамлаған меценат төҙөлөшкә миллион ярым һум сумма йүнәлткән. Әммә бинала инженер-монтаж эштәрен үҙаллы ойоштороу мөмкин түгел, шуға ла урындағы етәкселәр ярҙам кәрәклеген билдәләй.
«Атайсал» проекты сиктәрендә Йылбулаҡтамаҡ ауылында мәсет төҙөлә башлаған. Яңы иман йорто ишектәре йәйгә асылыр тип көтөлә.
Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ойошторолған «Атайсал» проектына ярашлы, төбәктә 500 млн һумға аныҡ эштәр башҡарылған. Социаль объекттарҙы төҙөкләндереүҙең, урындағы башланғыстарға ярҙам итеүҙең маҡсаты ауыл халҡы өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Программаны тормошҡа ашырыу дауам итә.
Флорида Ким







