Дүртөйлө районында йәшәүсе замандашыбыҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған өлкәндәргә ярҙам итә

Мәрхәмәтлек өлгөһө. Дүртөйлө районында йәшәүсе замандашыбыҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған өлкәндәргә ярҙам итә. «Оло йәштәгеләр һәм инвалидтарға патронат ғаилә» проекты Башҡортостанда 2017 йылдан тормош ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә 200-ҙән ашыу оло кеше патронат ғаиләгә тәрбиәгә алынған.

Үткәндәрҙе иҫкә төшөрһә Зөләлә Ҡәҙербаеваның күҙҙәре йәшләнә. Тәрбиәгә алған өс ир уҙаманынан Мырҙахан Хәтмуллин иң олоһо. Ғинуарҙа ул 90 йәшен тултырҙы. Шуға ҡарамаҫтан, замандашыбыҙ йорт эштәрендә лә хәленән килгәнсе ярҙамлашырға тырыша.

Башҡортостанда оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн патронат ғаиләләр тураһында» закон нигеҙендә өлкәндәрҙе, шулай уҡ балалар йорттарынан бала алыу мөмкинлеге бар. Зөләлә ханым  был аҙымға йөрәк ҡушыуы буйынса бара.

Оло йәштәгеләрҙең өҫтө бөтөн, бер нәмәгә лә мохтажлыҡтары юҡ. Инвалид коляскаһында ултырған Муса Нафиҡов көн дә күнегеүҙәр эшләй. Яҙға атлап китеү хыялы менән яна. Нефтекама интернатында уҡыған, шахмат менән шөғөлләнгән. Рәйес Ғүмәровты яртылаш фалиж һуҡҡан, телмәре насар.

Һәр кемдең үҙ холҡо, ҡартлыҡ һәм ауырыуҙар ҙа үҙ эҙен һала. Улар камил түгел, әммә аңлашып йәшәргә тырышабыҙ, ти Зөләлә Ҡәҙербаева. Әйткәндәй, бөгөн оло йәштәгеләр һәм инвалидтар республиканың 15 ҡалаһында һәм 46 районында патронат ғаиләләрҙә йәшәй. Уларҙың күбеһе Балтас, Өфө, Ауырғазы, Шаран һәм Мәләүез райондарында. Программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостандың социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә шылтыратып белергә мөмкин.

+7 (347) 286-51-05, +7 (347) 286-21-73

Өфө, Менделеев урамы, 136, 2-се йорт

Фото №1 - Дүртөйлө районында йәшәүсе замандашыбыҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған өлкәндәргә ярҙам итә

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ