Гәүһәрле яҙмыш. Тәтешле районының Күрҙем ауылында нефтселәр династияһына нигеҙ һалыусы Ғатауллиндар бергә ғаилә ҡороуҙарының 60 йыллығын билдәләй. Бәхетле музыкаль ғаиләнең бәхет серен беҙҙең ижади төркөм дә барланы. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһы.
Нефтселәр династияһына нигеҙ һалыусы Ғатауллиндар ғаиләһе гәүһәр туйын билдәләй
Риф Әмирхан улы нефть сәнәғәтенә 4 тиҫтә йылға яҡын ғүмерен бағышлаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, хәләле Лиза Мәсғүт ҡыҙы менән ошо бәхетле нигеҙҙә ғүмер итәләр. Ғатауллиндар өс ул тәрбиәләп оло тормош юлына сығарған.
Балалары аталары өлгөһөнә эйәреп нефтсе һөнәрен һайлаған. Риф Әмирхан улы нәҫел шәхәрәһен дә төҙөгән. Уларҙың затында 9 нефтсе бар. Нефтсе һөнәрен һайлаусы туғандарын һәм геройыбыҙҙың үҙен дә ауыр һәм мазутҡа батып эшләй торған һөнәр ҡурҡытмаған.
Лиза менән Риф Ғатауллинадар алты тиҫтә йыл элек Яңы йыл алдынан сәстәрен-сәскә бәйләгән. Әммә йылы мөнәсәбәттәрен киләһе йылына 29-сы мартта ғына рәсмиләштергәндәр. Әлеге ваҡытта бәхетле олатай һәм оләсәй балаларына үҙҙәренән бер тотам да ҡалмаған ейән-ейәнсәрен тәрбиәләшә.
Риф Әмирхан улы нефтсе һөнәренә Ҡазан ҡалаһында техник училищела уҡыған. Техникаға менән мауығыуы уны ғүмере буйы оҙатып бара. Хаҡлы ялда ла тик кенә тормай. Төрлө деталдәрҙе ҡулланып хужалыҡта кәрәк приборҙар ҡорай.
Ғаилә бергә йыйылғанда Риф Әмирхан улы ҡулына гармунын ала. Ғаилә башлығына был ҡомартҡы атаһынан ҡалған. Заманында Өфөнән, тальян гармундар эшләүсе оҫтанан һатып алғандар. Йыр-моңдо үҙ иткән ғаилә килендәренән дә уңған, уларҙын өсөһөн дә үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул иткәндәр.
Тәтешле районы Күрҙем ауылында йәшәүсе, нефть династияһына нигеҙ һалыусы Риф Ғатауллин хәләле, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Лиза Мәсғүт ҡыҙы менән балаларына кәрәк ,терәк булып, ошо үҙҙәре ҡорған нигеҙҙә 1965 йылдан бирле татыу ғүмер итә. Яңы тормош башлаусы йәш ғаиләләргә улар тоғролоҡ, тормош юлын лайыҡлы итеп үтеү өлгөһө булып тора.
Гүзәл Борханова







