Маҡсаттары – балаларға һөнәр өйрәтеү

Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһында балалар ижады үҙәге эшләп килә. Оҫтаханаларға балаларға туҡыма, ҡағыҙ, ағас менән эш итеү серҙәренә өйрәтәләр. Өҫтәмә белем биреү педагогы Рәшиҙә Ғимаеваны Ҡырмыҫҡалы модельеры тип тә йөрөтәләр. Ул балалар менән бергә яңы кейем төрҙәрен уйлап сығара.

Моделдәрҙең күбеһе республика конкурстарында ла еңеү яулаған. Туҡыманы дөрөҫ бесеү, энә, еп һәм теген машинаһы менән эш итә белеү – тормошта бик кәрәкле ҙур һөнәр, тигән фекерҙә Рәшиҙә ханым.

Фото №1 - Маҡсаттары – балаларға һөнәр өйрәтеү

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ