Башҡортостанда ҡар таҙартыу өсөн техника һатып алына. Республика Башлығы Радий Хәбиров Финанс министрлығына коммуналь техника һатып алыу өсөн аҡса бүлергә ҡушты. Һуңғы көндәрҙә көслө ҡар яуыу сәбәпле юл һәм урамдарҙы ваҡытында таҙартып өлгәрмәйҙәр. Коммуналь хужалыҡтар бер нисә көн дауамында көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Өфөлә, мәҫәлән, урамды ҡарҙан таҙартыуға 400-гә яҡын берәмек техника һәм 1 мең ярым кеше йәлеп ителгән. Баш ҡаланың бүлек идаралығы етәксеһе урынбаҫары Руслан Яхибаев һөйләй.
Коммуналь хеҙмәткәрҙәр мөмкин тиклем юл ситендә автомобилде ҡалдырмаҫҡа үтенә. Транспорт ҡар көрәргә ҡамасаулай. Өфө ҡалаһы Совет районы төҙөкләндереү буйынса баш инженеры Илнур Тимашев.
Өфө хакимиәтендә интерактив карта булдырылды. Бында һәр кем йәшәгән урынына ярашлы ҡар көрәү буйынса үтенесен ҡалдыра ала. Социаль селтәрҙәрҙә “Инцидент-менеджмент” системаһында ла халыҡтан мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.







