Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала һәм ауылдарҙа урам һәм юлдарҙы таҙартыу өсөн 1 мең 200-ҙән ашыу берәмек техника һәм 3 меңгә яҡын кеше йәлеп ителгән. Уҙған тәүлектә 560 меңдән ашыу тонна ҡар сығарылған. Өфөлә коммуналь хужалыҡтар икенсе тәүлек көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Баш ҡаланың бүлек идаралығы етәксеһе урынбаҫары Руслан Яхибаев:
Коммуналь хеҙмәткәрҙәр мөмкин тиклем юл ситендә автомобилде ҡалдырмаҫҡа үтенә. Транспорт ҡар көрәргә ҡамасаулай. Ҡыйыҡтарҙы боҙ һәм ҡарҙан таҙартыуға ла иғтибар итергә саҡыралар. Бының өсөн бина хужалары йәки торлаҡ йорт буйынса идарасы компаниялар яуаплы.







