Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа федераль закон проектына үҙгәреш тәҡдим ителә. Уға ярашлы, сүп-сар сығарыу өсөн тарифты сәбәпһеҙ арттырған ойошмаларға штраф һалыу тәҡдим ителә. Закон проектын Дәүләт Думаһына ебәреү ҡарала. Республикала ике йылда халыҡтан 50 меңдән ашыу ялыу ҡабул ителгән. Ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар тарифтарҙы дөрөҫ иҫәпләмәгән, фатир хужаларына артыҡ түләргә тура килгән. Суд ҡарары буйынса граждандарға аҡсалары кире ҡайтарылған.







