Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 мең 600-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа килгән. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә килгән инвесторҙар һаны буйынса беҙҙең республика илдә икенсе урында. Әле 11 компания резидент булырға заявка ҡалдырған. Инвесторҙар 52 миллиард һумлыҡ проекттар тәҡдим иткән. Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Нефтекама һәм Белорет ҡалалары махсус статусҡа эйә.







